Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Октябрь 2020, 17:10

“Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәте буласаҡ инженерҙарға бүләк эшләне

Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө һанлы Өфө инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Бинаға ремонт эшләнде һәм ул информатика дәрестәре үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Лицейға “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәте бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтте. Яңыртылған класты тантаналы асҡан көндә символик ҡыҙыл таҫманы “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Асҡар Әминев, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район хакимиәтенең гуманитар һорауҙар һәм мәғариф буйынса идаралығы начальнигы Юлиә Мостафиналар киҫте.

Советтар Союзы Геройы Матвей Пинский исемендәге 83-сө һанлы Өфө инженер лицейында яңы компьютер класы асылды. Бинаға ремонт эшләнде һәм ул информатика дәрестәре үткәреү өсөн бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылды. Лицейға “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәте бағыусылыҡ ярҙамын күрһәтте.
Яңыртылған класты тантаналы асҡан көндә символик ҡыҙыл таҫманы “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Асҡар Әминев, Өфө дәүләт нефть техник университеты проректоры Александр Могучев, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе район хакимиәтенең гуманитар һорауҙар һәм мәғариф буйынса идаралығы начальнигы Юлиә Мостафиналар киҫте.
Предприятие иҫәбенә 16 заманса компьютер, уңайлы мебель алынды һәм ҡуйылды. “Дәрестәр үткәреү өсөн уңайлы шарттар булдырыу, яңы компьютер техникаһы уҡыусыларға техник вуздарға инергә һәм нефть эшкәртеү тармағында эшләүсе белгестәр һанын тулыландарырға ярҙам итәсәк, “- тип билдәләне лицей директоры Алла Цыбина.
“Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәте быға тиклем дә лицейға матди-техник базаны нығытырға ярҙам иткән. Предприятие иҫәбенә физиканан лаборатория дәрестәре үткәреү өсөн йыйылмалар һәм интереактив экрандар алынған.
Лицей 1957 йылда Өфө ҡалаһында асыла. 2003 йылдан “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек иткән Өфө дәүләт нефть техник университеты ҡарамағында эшләй. Лицейҙа тәрбиәләнеүселәр физика-математика, химия-математика, мәғлүмәт-технология йүнәлештәре буйынса уҡый, лицейҙы тамамлағас, уҡыуҙарын техник вуздарҙа дауам итә.
Читайте нас: