Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Октябрь 2020, 11:49

Оло хөрмәт һеҙгә, өлкәндәр!

Бынан бер нисә көн элек бөтә ил менән Өлкәндәр көнөн билдәләнек. Илдәге хәл-торошҡа бәйле, электән килгән матур йола буйынса һуғыш һәм тыл ветерандары, хаҡлы ялдағылар хөрмәтенә кисәләр, осрашыуҙар ойоштороп булманы. Шуға ҡарамаҫтан күптәр үҙҙәренең ветерандарын, хаҡлы ялда булған хеҙмәттәштәрен бүләктәр, күстәнәстәр менән ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, Санъяп ауыл биләмәһендә Санъяп һәм Ҡасҡын ауылдарында йәшәүсе тыл ветерандарына, хаҡлы ялдағыларға ауыл биләмәһе башлығы Фәниә Ғәлина, хакимиәт һәм мәҙәниәт усағы хеҙмәткәрҙәре Рәхмәт хаттары менән күстәнәстәр таратты, өлкәндәргә ауыл тормошона, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәттәр әйтеп, изге теләктәрен юлланы.

Читайте нас: