Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Сентябрь 2020, 12:50

“ТРАНСНЕФТЬ – УРАЛ” АКЦИОНЕРҘАР ЙӘМҒИӘТЕНДӘ АЛДЫНҒЫЛАР БҮЛӘКЛӘНДЕ

“Транснефть – Урал” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ойошма һәм корпорация бүләктәренә лайыҡ булды. Сара Нефть һәм газ сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналды Бүләктәрҙе “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте баш директоры Роман Ковалев тапшырҙы.Предприятияның өс хеҙмәткәре илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенә индерген шәхси өлөшө һәм күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ Энергетика министрлығының “Маҡтаулы нефтсеһе” исеменә лайыҡ булды. Тағы ете кеше Энергетика министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.Илле өс хеҙмәткәр - “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте грамоталары, 93 кеше предприятияның Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. “Транснефть” системаһы ветераны” дәрәжәһенә 21 хеҙмәткәр лайыҡ булды – уларҙың һәр ҡайһыһы яратҡан эшенә кәмендә 20 йыл ғүмерен арнаған, ҙур уңыштарға ирешкән.“Тармаҡ ветерандары нигеҙ һалған күркәм йолаларҙы дауам итеүегеҙ, коллектив эшсәнлегендә яҡшы һөҙөмтәләр тәьмин итеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Былар бөтәһе лә предприятие, төбәгебеҙ һәм илебеҙ именлеге хаҡына арналған яңы ҡаҙаныштар нигеҙе”, - тип билдәләне Роман Ковалев.Бынан тыш, коллективтың ун ағзаһының фотопортреты “Транснефть – Урал” йәмғиәте маҡтау таҡтаһында урынлаштырылған, тағы илле хеҙмәткәрҙеке – Башҡортостан, Силәбе һәм Курған өлкәләре филиалдарында.Сара барышында коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса санитария-эпидемиология талаптары үтәлде. “Транснефть – Урал” йәмғиәте филиалдары эшсәндәренә бүләктәр эш урындары буйынса уҙған тантаналы йыйылыштар барышында тапшырылды.

“Транснефть – Урал” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре ойошма һәм корпорация бүләктәренә лайыҡ булды. Сара Нефть һәм газ сәнәғәте эшсәндәре көнөнә арналды
Бүләктәрҙе “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте баш директоры Роман Ковалев тапшырҙы.
Предприятияның өс хеҙмәткәре илебеҙҙең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенә индерген шәхси өлөшө һәм күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн РФ Энергетика министрлығының “Маҡтаулы нефтсеһе” исеменә лайыҡ булды. Тағы ете кеше Энергетика министрлығының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
Илле өс хеҙмәткәр - “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте грамоталары, 93 кеше предприятияның Рәхмәт хаттары менән билдәләнде. “Транснефть” системаһы ветераны” дәрәжәһенә 21 хеҙмәткәр лайыҡ булды – уларҙың һәр ҡайһыһы яратҡан эшенә кәмендә 20 йыл ғүмерен арнаған, ҙур уңыштарға ирешкән.
“Тармаҡ ветерандары нигеҙ һалған күркәм йолаларҙы дауам итеүегеҙ, коллектив эшсәнлегендә яҡшы һөҙөмтәләр тәьмин итеү өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә әҙер булыуығыҙ өсөн рәхмәт. Былар бөтәһе лә предприятие, төбәгебеҙ һәм илебеҙ именлеге хаҡына арналған яңы ҡаҙаныштар нигеҙе”, - тип билдәләне Роман Ковалев.
Бынан тыш, коллективтың ун ағзаһының фотопортреты “Транснефть – Урал” йәмғиәте маҡтау таҡтаһында урынлаштырылған, тағы илле хеҙмәткәрҙеке – Башҡортостан, Силәбе һәм Курған өлкәләре филиалдарында.
Сара барышында коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау буйынса санитария-эпидемиология талаптары үтәлде. “Транснефть – Урал” йәмғиәте филиалдары эшсәндәренә бүләктәр эш урындары буйынса уҙған тантаналы йыйылыштар барышында тапшырылды.
Читайте нас: