Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Сентябрь 2020, 16:59

Алда көтә ҙур юлдар

Алда көтә ҙур юлдар, төрлө ҡыҙыҡлы фәндәрМораҡ башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары сафын Айтуған Ибраһимов та тулыландырҙы. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, “Уралҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән малай бәләкәйҙән төрлө йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнаша, спорт менән дуҫ. Шашка уйындары буйынса конкурстарҙа урындар яуларға ла өлгөргән: балалар баҡсаһында “Иң яҡшы шашкасы” булып танылған. Ике йыл рәттән “Беҙ –Гагаринсылар” тип аталған интеллектуаль олимпиадала (мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында) ҡатнашып, үҙе тәрбиәләнгән баҡсала 1-се урынға лайыҡ була, район буйынса иһә 3-сө урында еңеүсе тип билдәләнә.Бер туған һеңлеһе Наҙгөл менән улар башҡортса сатнатып шиғыр һөйләй, йырлай, бейей. Баланың теле туған телендә үҫешеүҙә, әлбиттә, ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Илем, телем, милләтем тип янып торған йәш Ибраһимовтар ғаиләһе балаларын ысын мәғәнәһендә рухлы итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала.

Мораҡ башҡорт гимназияһының беренсе класс уҡыусылары сафын Айтуған Ибраһимов та тулыландырҙы. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, “Уралҡай” балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән малай бәләкәйҙән төрлө йәмәғәт сараларында ла әүҙем ҡатнаша, спорт менән дуҫ. Шашка уйындары буйынса конкурстарҙа урындар яуларға ла өлгөргән: балалар баҡсаһында “Иң яҡшы шашкасы” булып танылған. Ике йыл рәттән “Беҙ –Гагаринсылар” тип аталған интеллектуаль олимпиадала (мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында) ҡатнашып, үҙе тәрбиәләнгән баҡсала 1-се урынға лайыҡ була, район буйынса иһә 3-сө урында еңеүсе тип билдәләнә.Бер туған һеңлеһе Наҙгөл менән улар башҡортса сатнатып шиғыр һөйләй, йырлай, бейей. Баланың теле туған телендә үҫешеүҙә, әлбиттә, ата-әсәнең, олатай-өләсәйҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Илем, телем, милләтем тип янып торған йәш Ибраһимовтар ғаиләһе балаларын ысын мәғәнәһендә рухлы итеп тәрбиәләүгә ҙур көс һала.
Читайте нас: