Ҡайнатмалар
Крыжовник менән ҡурай еләгенән
700 г крыжовник, 300 г ҡурай еләге, 1,3 кг шәкәр, 1,5 стакан һыу.
Еләктәрҙе йыуып, таҫтамалға һалып киптерергә, ит турағыс аша үткәрергә йәки блендер менән иҙергә. Иҙмәне ҙур кәстрүлгә һалырға ла, шәкәр өҫтәп бутарға.
Утҡа ҡуйып, туҡтауһыҙ бутап тороп, 15 - 20 минут ҡайнатырға. Күбеген алып торорға кәрәк. Әҙер ҡайнатма бәләкәй банкаларҙа һаҡлана.
Ҡара ҡарағаттан
7 стакан һыуҙы ҡайнау хәленә еткерергә һәм уға 1,5 кг ҡара ҡарағат һалып ҡайнатырға.
Ҡайнаған саҡта уны бер нисә тапҡыр бутарға кәрәк. Бынан һуң еләккә 2 кг шәкәр ҡушып, иң оҙағы 15 минут ҡайнатырға. Һауыттың уртаһындағы ингредиенттар ҡайнап сығырға тейеш
Ҡайнатмала шәкәр аҙ кеүек күренһә лә, һалҡынса урында һаҡланһа, әсемәйәсәк.