Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Апрель 2020, 17:20

Ер уяныр мәл

Апрель – яҙҙың икенсе айы. Латин теленән ул “асылыу” тип тәржемә ителә, сөнки тап ошо ваҡытта ағас бөрөләре асыла башлай. Шулай уҡ әлеге мәлде ҡар ҡыуыусы ай, асыҡ йылға, ташҡын, ҡош йырҙары, умырзая айы тип тә йөрөтәләр. Һауа торошоноң көн эсендә генә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе иһә апрелгә “ялғансы”, “көйһөҙ”, “ышанысһыҙ” кеүек исемдәр бирҙергән. Апрелдә көн һиҙелерлек оҙоная: ай башында ул 13 сәғәттән күберәк булһа, аҙаҡҡараҡ 15-тән ашып китә. Һауа температураһы ла күтәрелә, өсөнсө ун көнлөктә 25 градусҡа етеүе ихтимал.

Апрель – яҙҙың икенсе айы. Латин теленән ул “асылыу” тип тәржемә ителә, сөнки тап ошо ваҡытта ағас бөрөләре асыла башлай. Шулай уҡ әлеге мәлде ҡар ҡыуыусы ай, асыҡ йылға, ташҡын, ҡош йырҙары, умырзая айы тип тә йөрөтәләр.
Һауа торошоноң көн эсендә генә бер нисә тапҡыр үҙгәреүе иһә апрелгә “ялғансы”, “көйһөҙ”, “ышанысһыҙ” кеүек исемдәр бирҙергән.
Апрелдә көн һиҙелерлек оҙоная: ай башында ул 13 сәғәттән күберәк булһа, аҙаҡҡараҡ 15-тән ашып китә. Һауа температураһы ла күтәрелә, өсөнсө ун көнлөктә 25 градусҡа етеүе ихтимал.
Ғәҙәтә апрель урталарында йылғалар боҙҙан әрселә, ҡар иреп бөтә, ул бары тик тауҙарҙа, төньяҡ битләүҙәрҙә ай аҙағына тиклем һаҡлана.
Яуым-төшөм күләме әллә ни күп булмаһа ла, апрелде ысын мәғәнәһендә “һыу айы” тип атарға мөмкин: беҙҙең йылғаларҙың йыллыҡ һыу күләменең 80 проценты ошо ваҡытта ағып китә. Халыҡ һынамыштары ла быны дәлилләй. Мәҫәлән, февраль – ҡарға, апрель – һыуға бай; апрель йылғаһы – июлдә күләүек; апрель шишмәһе ерҙе уята; апрелдә – һыу, майҙа – үлән; ҡыш бысрағын апрель йыуа; апрель һыуы файҙаға; апрель тамсыһы күл яһай; апрель йылғаһының яры ла, төбө лә юҡ; апрель һыуында балыҡ аҙаша һәм башҡалар.
Һынамыштар
*Апрель артыҡ йылы булһа, май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
*Апрель етһә, яҙ етер, иреп ағып ҡар китер.
*Апрелдең алтыһында аяҙ булһа, йәй ҡоро килер, болотло булһа, ашлыҡ уңыр.
*Апрель яртыһында торна ҡысҡырһа, йыл яҡшы килер.
*Ҡара ҡарға килгәс, бер айҙан ҡар китер.
*Ҡара ҡарға ояға ултырһа, өс аҙнанан сәсеүгә сығырға кәрәк.
*Әгәр аҡҡош яҙ көнө иртә күренһә, һалҡын булыр.
*Тауыҡтар яҙ көнө әтәс кеүек ҡысҡырһа, йыл ауыр булыр.
*Ҡайын япрағы иң остан күберәк асылһа, ашлыҡты иртә сәсергә, уртанан күберәк асылһа, һуңыраҡ сәсергә кәрәк.
*Яҙ көнө алабуға балығы күберәк тотолһа, бойҙай, арыш, арпа уңыр.
* Яҙ көнө ағастар бөрөләрен аҫтан яра башлаһа, яҙ тиҙ килә.
* Апрель аҙаҡтарында йылы ямғырҙар булһа, иген уңыр.
* Яҙ сыйырсыҡ иртә килһә, көндәр йылы булыр.
* Ҡыр ҡаҙҙары яҙ көнө бейектән осһа – һабан ашлығы уңыр, түбәндән осһалар – ашлыҡ ғәҙәттәг
Читайте нас: