Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Март 2020, 13:15

Халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып

Күптән түгел Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа Совет көнө үтте. эшҡыуарҙарҙың урындағы халыҡ фекерен Урындарҙа кәрәҙле бәйләнеш, йәиһә интернет булмауына, яҙлы-көҙлө бысраҡта юлдарҙың насар булыуы, ирекле йөрөгән малдарға, берәҙәк эттәргә, шәхси һанламауына бәйле мәсьәләләр ҡасан хәл ителер? Районда заман сире – коронавирус менән зарарланыусылар бармы? Был сиргә бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артмаҫмы? Район етәкселеге менән күҙмә-күҙ осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә килгән ауыл кешеләрен ошондайыраҡ һәм башҡа төрлө һорауҙар борсоно.

Күптән түгел Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙа Совет көнө үтте.
Урындарҙа кәрәҙле бәйләнеш, йәиһә интернет булмауына, яҙлы-көҙлө бысраҡта юлдарҙың насар булыуы, ирекле йөрөгән малдарға, берәҙәк эттәргә, шәхси эшҡыуарҙарҙың урындағы халыҡ фекерен һанламауына бәйле мәсьәләләр ҡасан хәл ителер? Районда заман сире – коронавирус менән зарарланыусылар бармы? Был сиргә бәйле аҙыҡ-түлеккә хаҡтар артмаҫмы?
Район етәкселеге менән күҙмә-күҙ осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләшергә килгән ауыл кешеләрен ошондайыраҡ һәм башҡа төрлө һорауҙар борсоно. Ғайса Янбаев күпселек һорауҙарға асыҡлыҡ индереп, ҡайһы бер проблемаларҙың хәл ителешен үҙ күҙәтеүе аҫтына алыуын, ҡайһы берҙәренең ауыл активы ярҙамында хәл итеү мөмкинлеген белдерҙе. Ул эпидемия ваҡытында халыҡты уяулыҡ һаҡларға саҡырып, сит-яҡ ерҙәргә сәйәхәт итеүҙән тыйылып торорға, сирҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен иҫтә тоторға кәрәклеген иҫкәртте.
Тулыраҡ мәғлүмәтте баҫмабыҙҙың киләһе һандарынан уҡый алаһығыҙ.
Читайте нас: