Заман башҡа – заң башҡа, хәҙерге халыҡ иҫәбен алыуҙарҙың үҙенсәлеге – сараның һанлы форматҡа күсә барыуында. Ҡағыҙ бланктар урынына электрон планшеттар йәки махсус смартфон ҡушымталары ярҙамға килә. Мәҫәлән, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе биләмәһендә электрон иҫәп алыуҙы беренсе булып былтыр Беларусия үткәрҙе, быйыл был эшкә Рәсәй, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, шулай уҡ Украина ҡушыласаҡ тип көтөлә.
Бөтә Рәсәй иҫәп алыу сараһы Чукотка һәм Ямал-Ненец автономлы округтарында апрель айҙарында уҡ башланасаҡ, бөтә илдә иһә 1-21 октябрҙә уҙасаҡ. Беҙҙең районда иҫәп алыусы һәм контолер булараҡ был эштә ҡатнашырға теләүселәрҙән ғаризалар ҡабул ителә башланы. Теләге булғандар дәүләт статистикаһының Мораҡ ауылындағы подразделениеһына мөрәжәғәт итә ала.