Мораҙым
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 11:26

Өфөлә «Гарри Поттер»ҙың табыныусылары ҡыҙҙарына роман героиняһының исемен ҡушҡан

Өфөнөң Совет районы ЗАГС-ында 2019 йылда донъяға килгән сабыйҙарҙың популяр һәм һирәк осраған исемдәрен атанылар. Балаларға йышыраҡ Алан, Данииил, София, Әминә һәм Камилла тип исем ҡушҡандар.

Өфөнөң Совет районы ЗАГС-ында 2019 йылда донъяға килгән сабыйҙарҙың популяр һәм һирәк осраған исемдәрен атанылар. Балаларға йышыраҡ Алан, Данииил, София, Әминә һәм Камилла тип исем ҡушҡандар.
Ғәҙәти булмаған исемдәргә эйә булғандар ҙа бар: Илана, Жанель, Афина, Хәйҙәр, Нурлан, Адам. Бер ғаилә Джоан Роулингтың «Гарри Поттер» романдар серияһын ныҡ ярата, буғай, шуға күрә ҡыҙҙарына Беллатриса тип ҡушҡан [фильм героиняһы Беллатриса Лестрейндж — ред.].
Былтыр Өфөнөң Совет районы ЗАГС бүлегендә 932 малай һәм 911 ҡыҙ теркәлгән, улар араһында 15 игеҙәк һәм 3 игеҙ бала бар.
Читайте нас: