Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ғинуар 2020, 22:10

Алдағы көндәрҙә һауа торошо ниндәй була?

Башгидромет үҙәге хәбәр итеүенсә алдағы көндәрҙә республикала буран, боҙлауыҡ һәм 20 градусҡаса һыуыҡ көтөлә.

25 ғинуарҙа төндә аяҙлы-болотло. Бер аҙ ҡар, ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә — 9-14 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 20-гә тиклем.
Көндөҙ болотло һауа торошо. Ҡар, айырым райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ.
Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ — 4-9 градус.
26 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуа. Төндә ҡайһы бер райондарҙа буран. Юлдарҙа көрт, тайғаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – 5-10 градус һалҡын, көндөҙ йылыраҡ – минус 3-8 градус.
Читайте нас: