«Фатиха», «Бәҡара» сүрәһенең беренсе аяттары, «Йәсин», «Тәбәрәк» , «Фәләк» «Нәс» сүрәләре уҡыла. Был доғаларҙы башҡа кеше түгел, бында килгән кеше үҙе уҡыуы хәйерлерәк.
«Әссәләмү ғәләйкүм йә әһләл ҡубүри йәғируллаһ ләнәә үә ләкүм. Әнтүм сәләфүнә үә нәхнү бил әҫәр», тигәнде уҡырға.
Мәғәнәһе: «Сәләм һеҙгә, ҡәбер эйәләре! Аллаһ беҙгә һәм һеҙгә мәғифәт бирһен. Беҙ ҙә һеҙҙең артығыҙҙан китәсәкбеҙ»
Ҡәберлеккә ингәндә уҡыла торған тағы бер доға: «Әс-сәләмү ғәлә әһлид-дийәри минәл-мүъмининә үәл-мүслимин. Үә йәрхәмүл-лаһүл-мүстәҡдиминә миннә үәл-мүстәъхирин. Үә иннә ин шәАллаһү бикүм ләхиҡун».
Мәғәнәһе: «Сәләм һеҙгә мөьминдәр төйәге булған был йорт әһелдәре! Аллаһ теләгән ваҡытта, беҙ һеҙгә килеп ҡушылырбыҙ. Һеҙҙең өсөн дә, үҙебеҙ өсөн дә Аллаһынан именлек теләйбеҙ».