Тыуған илебеҙгә батыр улдар үҫтергән ата-әсәләрҙе, ил һағында торған батыр яугирҙы, ил, халыҡ яҙмышына битараф булмаған, махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү өсөн көсөн дә, ваҡытын да йәлләмәгән ирекмәндәрҙе тәбрикләү сараның иң тулҡынландырғыс өлөшө булды, тип әйтһәк, һис тә хаталанмабыҙ...
Бөгөнгө көндә улдары махсус хәрби операцияла булған Рузалия Һәҙиәт ҡыҙы Аҡкилдина, Светлана Ишбулды ҡыҙы Хөсәйенова, Гөлназ Насир ҡыҙы һәм Арсен Рөстәм улы Йәҙгәровтар “Тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәүсе батыр һәм ҡыйыу улдар тәрбиәләгән өсөн” район хакимиәте башлығының рәхмәт хаттарына лайыҡ булды. Әйткәндәй, Йәҙгәровтар яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу һәм уны алып барып тапшырыу менән әүҙем шөғөлләнә. Арсен Рөстәм улы беренселәрҙән булып райондың ирекмәндәр хәрәкәтен етәкләй, “Рәсәй ирекмәне” миҙалы менән бүләкләнгән, махсус хәрби операция үткәреү зонаһына 5 тапҡыр барып ҡайтҡан (яугирҙар өсөн “УАЗ” һәм “НИВА” автомашиналары, шәхси автотранспортта гуманитар ярҙам алып барған).
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Юрий Викторович Агафоновҡа район хакимиәте башлығының “Махсус хәрби операция барышында хеҙмәт һәм гражданлыҡ бурысын фиҙаҡәр үтәгәне өсөн “Рәхмәт хаты” бирелде.
Ирекмәнлек эшен ойошторған һәм изге эш менән әүҙем шөғөлләнгән Наил Янбай улы Суҡмаровҡа, Валентина Александровна Филатоваға, Венера Әхмәҙулла ҡыҙы Шәйәхмәтоваға, Кайман Ҡәйүм улы Халиҡовҡа, Рөстәм Миңлеғәли улы Сәйетбатталовҡа хәрби берҙәмлекте һәм хеҙмәттәшлекте нығытыуға шәхси өлөш индергәне өсөн Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының “Хәрби берҙәмлекте нығытҡаны өсөн” миҙалдары тапшырылды. Күгәрсен тарих – тыуған яҡты өйрәнеү музейының ирекмәндәр төркөмө Оборона министрлығының 55060-сы ғәскәри часы Грамотаһына лайыҡ булды.
“Күгәрсен агросәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте директоры Айрат Рауил улы Болғаировҡа, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Фәиз Фәрит улы Ваһапов менән Руслан Таһир улы Саттаровҡа “Атайсал – Кесе Ватан” проектын тормошҡа ашырыуҙағы шәхси өлөшө һәм әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хаттары бирелде.
Район хакимиәтенең опека һәм попечителлек хеҙмәте баш белгесе Татьяна Николаевна Хрипунова “Балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте,
вазифа бурыстарын камил үтәгән өсөн” БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһына, “Өмөт” ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Александровна Киленбаева, шәхси эшҡыуар Елена Викторовна Шалимова “М.Шайморатов исемендәге штабтың эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” партияның төбәк бүлексәһе секретары урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең рәхмәт хаттарына, Үрге Мөрсәләй ауылы старостаһы Азамат Әхмәтйән улы Ҡотлогилдин “Урындағы үҙидара үҫешенә шәхси өлөш индергәне өсөн” Муниципаль берәмектәрҙең Бөтә Рәсәй конгресы рәйесенең рәхмәтенә, райондың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Илдар Әнүәр улы Мәхмүтов “Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн” БР Йәмәғәт палатаһы рәйесенең Маҡтау грамотаһына, Лилиә Әсҡәт ҡыҙы Рафиҡова “М.Шайморатов исемендәге штаб эшендә әүҙем ҡатнашҡаны һәм гуманитар ярҙамды формалаштырыуға индергән өлөшө өсөн” “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһенең Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Тамара Исмәғил ҡыҙы Нилова, Айгөл Рәхим ҡыҙы Кочемирова, Наталья Ивановна Мальцева, Ирина Николаевна Трофимова, Зөлхизә Сөләймән ҡыҙы Фәттәхова, Алһыу Салауат ҡыҙы Хәлитова “Хәрби хеҙмәткәрҙәргә әүҙем ярҙам иткәне өсөн” “Даян Мурзин”
мотоуҡсылар батальоны командиры һәм 31-се мотоуҡсылар полкы командиры, подполковник Ю. Меликовтың рәхмәтенә лайыҡ булды.
Сараны район мәҙәниәт һарайының “Гөрләүек”өлгөлө балалар бейеү (етәксеһе - И.Ниғәмәтуллина), ир-егеттәр халыҡ вокаль (Р.Бәҙретдинов), “Вдохновение” халыҡ вокаль (Г.Кинйәбулатов), “Аврора” балалар вокаль (А.Бочкарева) ансамблдәре, халыҡ тынлы оркестры (Р.Мәүлетҡолов), ветерандар хоры (Д.Камалиев), “Ҡыҙыл мәсет” төркөмө (Ғ.Кинйәбулатов), Мораҡ 1-се урта мәктәбенең Ю.Климов исемендәге кадет кластары, Балалар ижады үҙәгенең “Веретенце” өлгөлө балалар вокаль ансамбле (Е.Спирина), Йомағужа балалар сәнғәт мәктәбе педагогтары коллективы, “Сулпан” өлгөлө балалар бейеү (Р.Әйүпова), “Баласаҡ иле” балалар вокаль (Е.Пелевина) ансамблдәре, Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең баянсылар ансамбле, Нәғим Нуриманов, Зөлфиә Илмөхәмәтова, Ләйсән Мәүлетҡолова, Шәирә Әлимғужа, Ленар Абдуллин, Линар Сәйфетдинов, Венер Килдейәров, Фәрүәз Миңлебаев, Елена Миңлебаева, Виктория Лаврикова һәм Карина Волкованың сығыштары биҙәне.