Шмель 2022 йылдың сентябрендә махсус хәрби операцияға китә.
Бына инде өсөнсө йыл ул ил мәнфәғәттәрен яҡлай.
Батыр яраһыҙ булмай, тигәндәр... Ут эсендә йөрөгән Шмель ауыр яралана, бер нисә операция кисерә, реабилитация үтә һәм оҙайлы дауалана. Ҡабат аяҡҡа баҫҡандан һуң яҡташыбыҙ яңынан сафҡа баҫа.
Хеҙмәт итеү осоронда ул үҙен ысын ватан һаҡсыһы, илһөйәр ир һәм батыр яугир итеп күрһәтә.
Ошо көндәрҙә РФ Президенты Владимир Путин Указы менән Шмель күрһәткән батырлығы өсөн “Батырлыҡ өсөн” һәм генерал Шайморатов миҙалдары менән бүләкләнде.
Тиҙерәк Еңеү яулап, уға һәм башҡа егеттәребеҙгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға насип булһын!