Мораҙым
-18 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2025, 15:54

Китап - белем шишмәһе

Гөлкәй ИСМӘҒИЛЕВА, шағирә: - Китап - белем шишмәһе. Ошо мәҡәл бала сағымдан уҡ ҡаныма һеңеп ҡалғанмылыр, һәр китапты ҡулыма алған һайын унан ниндәй ҙә булһа берәй ғилем алыу ниәте менән тәүге битен асам. Китапта, тарихи әҫәрме, берәй геройҙың яҙмышы тураһында булһынмы, уның төбөндә ҙур хикмәт ята. Һәр кеше бер үк китапты тик үҙенсә ҡабул итә, үҙенсә аңлай, үҙенә кәрәген таба. Мин, үҙем, мәҫәлән, әҫәрҙе автор күҙлегенән генә түгел, ундағы геройҙар күҙлегенән  дә ҡарап уҡырға тырышам. Был миңә ошо әҫәрҙәге һүрәтләнгән хәл - ваҡиғаларҙа үҙем дә ҡайнаған кеүек  тойғо бирә.  Беҙгә, совет ваҡытында тыуып үҫеп, совет тәрбиәһе алған быуынға хәҙерге заманды аңлап бөтөүе, тулыһынса ҡабул итеүе ауырыраҡ. Шуға күрәлерме, һуңғы ваҡытта бала саҡта, йәшлегемдә уҡып сыҡҡан китаптарҙы кәштәнән алып кире уҡыштыра башланым. Әхиәр Хәкимовтың “Думбра сыңы”, “Һауыр ҡумта”  исемле романдарын кире уҡып сыҡҡандан һуң халҡыбыҙҙың тарихын тағы ла тәрәнерәк өйрәнеү теләге тыуҙы.

Китап - белем шишмәһе
Китап - белем шишмәһе

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның әҫәрҙәре, улар үҙҙәре бер мауыҡтырғыс донъя! “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте тәрән уйҙарға һалһа, “Яҡтыға” трилогияһы үҙемдең тотош ғүмеремде кире байҡап сығырға мәжбүр итте.
Ундағы һәр бер сюжет, һәр ер- һыу атамаһы күңелгә шул тиклем яҡын, сөнки, ул беҙҙең тыуып - үҫкән ерҙәр, беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың яҙмышы, ғәзиз еребеҙҙең тарихы тураһында яҙылған китап.


 Ейән - ейәнсәрҙәремдең көрәк менән дә көрәп йыйып бөтөп булмаҫлыҡ уйынсыҡтарына ҡарайым да, романда төп героиня Емештең бала сағы һүрәтләнгәнсә, үҙебеҙҙең дә яҙын ҡар әрселгән ерҙәрҙән ватыҡ сынаяҡ ярсыҡтары йыйып, балсыҡтан бәлеш "бешереп" ҡыҙҙар менән ҡунаҡҡа саҡырышып уйнаған, әхирәттәр булышып бүләктәр бирешкән бала саҡтар күҙ алдына килеп баҫа. Китапты иң беренсе тапҡыр ҡулға алып, унда һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың барыһының да тиерлек шаһиты булған ҡәрсәйем Муллабаева Ғилмикамал Әбделмөьмин ҡыҙына ҡысҡырып уҡып, уның шул ваҡиғаларға комментарийҙарын иҫем китеп тыңлаған ваҡыттар иҫкә төшөп китә.


 Яҙыусыбыҙҙың үҙе, туғандары тураһында үҙе белгәндәрен һөйләүе, Зәйнәб Биишеваның ижады, тормош юлы менән ҡыҙыҡһыныуымды тағы ла нығыраҡ арттырҙы. Һәм миңә шул ваҡытта ҡәрсәйем ҡарт бабаларыбыҙҙан үҙенә күскән аманатын миңә тапшырҙы. Ҡасандыр Зәйнәб Биишеваның һәм беҙҙең ата-бабаларыбыҙ Туҡ - Соран буйҙарынан Эйек буйҙарына бергә күсеп килгән булғандар икән. Уның атаһы менән минең ҡартайым, атайымдың ҡустыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әхәт абзыйым хәтерләүенсә, йыш ҡына осрашып, күрешеп торғандар. “Осрашҡан һайын йыш ҡына Туҡ - Соран буйҙарын иҫкә ала торғандар ине. Ул ваҡыттарҙа Зәйнәб апай Биишева - яңы таныла башлаған яҙыусы, ә мин яңы ғына шиғырҙар яҙа башлаған малай инем”,-тип һөйләгәйне. Йылдар үтеү менән ата - бабаларымдың аманатын тотоп үҙебеҙҙең тамырҙарыбыҙҙы эҙләп таптыҡ, ҡартайҙарыбыҙҙың ҡәберҙәренә Туҡ буйҙарының тупрағын алып ҡайтып һалдыҡ. Риза булып ятһындар.


 Ғүмереңдең ҡояшы байыуға яҡынлашҡан һайын, тормош асылы, ергә килеүеңдең мәғәнәһе тураһында нығыраҡ уйлана башлайһың икән. Үҙ - үҙеңә ҡарата һорауҙарың да күбәйә генә бара. Күбеһенә яуапты донъялағы бар китаптарҙан да табып бөтөп булырлыҡ түгел икән.
Уйҙар... Уйҙар... Уларҙы йырып та сығырлыҡ булмай китә ҡайһы саҡта. Ошо осһоҙ - ҡырыйһыҙ уйҙар, яуапһыҙ һорауҙар иң Бөйөк Ижадсы, Аллаһ Тәғәлә ижад иткән бөйөк китап, изге Ҡөрьәнгә килтерҙе лә инде.

Һәм... Татар яҙыусыһы Ғариф Ғөбәйҙең изге китаптың серҙәрен асыуға түгел, ә киреһенсә фашлауға арналған  “Ҡөрьән серҙәре” исемле китабы минең өҫтәл китабыма әүерелде. Бөйөк ғалимдар асҡан Ҡөрьәндең серҙәрен ошо китаптағы фашлауҙар менән сағыштырып өйрәнеүем минең үҙемдең дин юлына килгәнгә ҡәҙәр булған тормошомдо, күңел торошомдо, хаталарҙы аңларға, һуңламаҫ борон уларҙы төҙәтергә булышлыҡ итә. Мин ғүмер буйы ғилем туплауға “ҡомһоҙ” булдым тиһәм дә була. Ә бына Ҡөрьәнде өйрәнгән һайын үҙемдең төптө наҙан булғанымды нығыраҡ аңлай ғына барам.
Ә донъялыҡҡа килгәндә, башҡорттоң рухи байлығы ҡәҙәр байлыҡ донъяла башҡа бер халыҡта ла юҡтыр ул.

Ауыҙ - тел ижады бигерәк тә.Ә беҙгә уны уҡырға ла уҡырға һәм өйрәнергә лә өйрәнергә! Ҡәҙерләп һаҡлау, киләсәк быуындарға еткереү - беҙҙең изге бурыс. Бының өсөн Зәйнәб апабыҙ иң матур һүҙҙәр менән данлап йырлаған моңло тыуған телебеҙ - башҡорт телен һаҡларға тейешбеҙ.

Автор: Айгөл Айытҡолова
Читайте нас