Был сараның төп маҡсаты – уҡыусыны нәфис әҙәбиәткә ылыҡтырыу, уны пропагандалау, урындағы башлап яҙыусыларҙың ҡулъяҙмаларын тикшереп баһа биреү. Тәүге өлөштә яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова МХО биләмәһендә, Белорусияла башҡорт әҙәбиәте көндәрендә йөрөп ҡайтыу тәьҫораттары менән уртаҡлашты:
- Башҡорт әҙәбиәте көндәренә Башҡортостандан 11 кешенән торған делегация менән барҙыҡ. Унда яҙыусылар ҙа, йырсылар ҙа һәм башҡа хеҙмәт кешеләре лә булды. Тарихҡа күҙ һалһаҡ, 1930 йылда Белорусияла тәүге тапҡыр башҡорт әҙәбиәте көндәре үтә. Унда ла шулай уҡ 11 яҙыусы барып ҡайта. Уларҙың иҫәбендә Һәҙиә Дәүләтшина ла була. Ошонан ҡайтҡас та, уларҙы ҡулға алыу башлана. Бөтәһен дә тиерлек ҡулға алалар, кемдәре төрмәгә ултыра, кемдәре репрессия ҡорбаны була. Өсәүһе генә тере ҡала. Шул тарихты ҡабатлап, 80 йылдан һуң беҙ ҙә 11 кеше китеп барабыҙ тип уйландыҡ.
Минск ҡалаһына индек. Ундағы бөхтәлек, таҙалыҡҡа хайран ҡалырлыҡ. Иҫләһәгеҙ, һуғыш ваҡытында бомбаға тотоуҙарынан һуң Минскиҙа 8 генә йорт иҫән ҡала. 1947 йылда Сталиндың приказы буйынса ҡаланы тулыһынса яңынан төҙөй башлайҙар. Бөтә СССР архитекторҙары, төҙөүселәре йәлеп ителә. Ул ваҡытта төҙөлгән бейек түшәмле, киң тәҙрәле өйҙәр әле унда. Бөтә ерҙә тәртип. Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш майҙансыҡтары юҡ. Башлайҙар һәм төҙөп тә ултырталар. Беҙҙәге һымаҡ светофор яныр-янмаҫтан ҡуҙғалып китеү юҡ. Беҙҙе ҡаршы алып барған таксист та яйлап ҡына, үҙ яйына ғына алып барҙы. Автобуста ла бер ниндәй ҙә этеш-төртөш, әрләш юҡ. Ныҡ тотанаҡлы, тыйнаҡ халыҡ. Беҙ, башҡорттар, моңһоҙ һәм яйыраҡ халыҡбыҙ тип уйлап барғайным. Баҡтиһәң, беҙ ҡысҡырып һөйләшәбеҙ, һоҡланыуҙарыбыҙҙы асыҡ белдерәбеҙ, хисләнеп йырлап ебәрәбеҙ, көлөп ебәрәбеҙ, музейҙарҙа сеңләп илайбыҙ. Ә уларҙың ни өсөн шулай ҡатҡыл, һалҡын, тотанаҡлы булыуҙарын ҡатлы-ҡатлы музейҙарын урап сыҡҡас ҡына аңланыҡ. Уларҙың өҫтөнән һуғыш үткән. Дүрт йыл буйына һуғыш иҙгән уларҙы.
Шул музейҙарында бер ҡоҙоҡ ултыра. Был ҡоҙоҡ нимәгә килеп ултырҙы икән тип аптырашабыҙ. Былай баҡтиһәң: бер туҡтауһыҙ 28 ауылды яндырғандар, шул ваҡытта балаларға пуля әрәм итмәҫ өсөн, уларҙы ҡоҙоҡҡа төшөрөп, өҫтән таш ташлаған да ҡуйғандар. Һәр ауылдарҙа шулай эшләнгән. Музей экспонатына әйләнгән ҡоҙоҡтоң бына шундай аяныслы тарихы. Оҙаҡ йылдар балаларҙың ҡанлы эҙҙәре лә һаҡланған булған.
Әле Еңеү паркы итеп иҫәпләнгән ерҙә иң ҡаты һуғыштар үткән, иң күп ҡәберлектәр шул парк аҫтында тинеләр. Ҡот осҡос хәтирәләр һаҡланған ер ул Белорусь ере. Өҫкө ҡатҡа менеп еткәнсе һығылышып иламаған кеше ҡалманы. Ә беҙгә экскурсия үткәргән ҡатын шул тиклем тыныс, хатта ҡаты “тимер” тауыш менән һөйләүен дауам итә. Беҙ шунда аңланыҡ: өҫтөнән һуғыш үткән, ауыр-ауыр юғалтыуҙар кисергән халыҡтың, ысынлап та, күңеле ҡатҡан. Был сифат хатта ҡандан-ҡанға тапшырыла килә торған сифат һымаҡ тойолоп китә.
Тағы ла шуны әйттеләр: һуғыш ваҡытында унда әҙәбиәтте тулыһынса яндыралар, уларҙа бер китап та ҡалмай. Боронғо белорусь яҙыуҙары булған китаптарға хәтлем юҡ итәләр. Шул яҙмаларҙы өр-яңынан тергеҙҙек, тиҙәр.
Менталитет ҡырҡа айырыла. Беҙҙә, башҡорттарҙа, аэропорттан килеп төшөү менән һыйлай башлайҙар. Ә бында беҙҙе ҡунаҡханаға алып барҙылар ҙа, ярты сынаяҡ һыу ҙа тәҡдим иткән кеше булманы. Егерме минуттан әҙер булығыҙ, сараға китәбеҙ тип кенә әйттеләр ҙә, өлгөргәне өлгөрҙө, өлгөрмәгәндәре торҙо ла ҡалды. Беҙҙәге һымаҡ ҡунаҡ ыңғайына тороу күренеше юҡ. Уларҙа шулай тәртип. Һәм үҙҙәренә хөрмәт тағы бер нимәлә сағыла: улар тик үҙҙәренең генә аҡсаһын ҡабул итә. Рәсәй аҡсаларын алмайҙар. Шулай итеп, беҙ тәүге көндә бер нимә лә һатып ала алманыҡ. Беҙҙе ҡаршы алған саҡта бер каравай тотторғайнылар, 11 кеше бүлешеп ашап, крандан бороп һыу эстек тә “бына һеҙгә Белорусия” тип ятып йоҡланыҡ (көлә).
Ҡунаҡханала иртәнге сәйҙән һуң икенсе көндә генә барып аҡса алмаштырып алдыҡ. Уларҙа төшкө аш тигән ваҡыт юҡ. Кем ҡайһы ваҡытта буш, шунда ғына ашай ҙа, эш дауам итә. Унда тәртип шулай. Ҡунаҡ булараҡ, беҙгә ул тәртипте лә ҡабул итергә тура килде, - тип һөйләне Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы.
Сығышы менән Хоҙайбирҙин ауылынан булған яҙыусы Мәрйәм Күсмәева элекке Йомағужа районы Ерек ауылында тыуып үҫкән. Атаһы Тимерхан менән Ураҡай ауылы һылыуы Миңлегөл педучилищела уҡып йөрөгәндә осрашып ҡауыша. Улар Хоҙайбирҙин аулында уҡытып йөрөгәндә Мәрйәм апай донъяға килә.
- Атайымдар аҙаҡ тыуған ауылына ҡайта, унда минән һуң тағы ла ете бала тыуа. Кендек ҡаным тамған изге ергә саҡырыу алғас та, ҡанатланып килдем. БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә, журналист Айгөл Айытҡолова, тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры Рөстәм Сәйетбатталов, район үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре Светлана Халиҡоваға, Рәмилә Хәкимова Өфө ҡунаҡтарын – билдәле яҙыусыларҙы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе бергә тупланы. Диҡҡәт менән тыуған яҡты өйрәнеү музейын ҡараныҡ. Милли әҙәбиәт музейы хеҙмәткәрҙәре ойошторған музей дәресе лә бик фәһемле булды. Беҙҙең Күгәрсен ере ысын мәғәнәһендә таланттарға бай ул. Хәким Алсынбаевтың союз ағзаһы итеп ҡабул ителеүенә лә ихлас һөйөндөк. Киләсәктә ижад шишмәләре мул булһын, яңы шиғырҙары менән уҡыусыларын ҡыуандырып торһон тигән теләктәремде еткерәм.
Ижад донъяһы ул шундай илаһи донъя тиер инем мин. Бында осраҡлы кешеләр булмай. Күңеле шиғриәт һөйгән, нәфис һүҙгә, әҙәбиәткә тартылған, халыҡҡа әйтер һүҙе булған, һүҙ ҡөҙрәтен тойғандар ғына бында. “Мәләүез таңдары” әҙәби берекмәһе менән сағыштырғанда Күгәрсендәге “Оло Эйек буйында” ойошмаһы бик йәш, уның барлыҡҡа килеүенә әле саҡ биш йыл. Яңы көстәр, яңы исемдәр тағы ла асылыр, - тип теләктәрен еткерҙе ул.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә “Артыҡбикә” повесы аша яҡшы таныш булған Хаят Сабитова (Рәйлә Сабитова) ла уҡыусыларға теләктәрен еткерҙе, проза өлкәһендәге эшмәкәрлеге, ғөмүмән, әҙәбиәткә килеүе тураһында бәйән итте.
Әбйәлил районы Ташбулат ауылында тыуып үҫкән шағирә Зөлфирә Ҡарағужина ла үҙенең яңы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
“Һәнәк” журналының баш мөхәррире Илгиз Ишбулатов менән яуаплы секретары Марат Әминев та халыҡты башҡорт матбуғатына яҡыныраҡ булырға өндәне. Журналға яҙылыусыларҙы БР Рәссамдар союзы рәйесе Артур Василов һүрәткә лә төшөрҙө.
- “Һәнәк” журналы элек-электән халыҡсан баҫма булып иҫәпләнә. Иҫләйһегеҙҙер, заманында фельетондар, сатирик шиғырҙар, хикәйәләр, юморескалар баҫылып торҙо. Беҙ бөгөн дә был йоланы дауам итәбеҙ. Беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә саҡырабыҙ. Кемдәр нескә юмор ярата, рәхим итеп, беҙҙең менән дуҫлашығыҙ, - ти “Һәнәк”тәр.
“Китап байрамы” сиктәрендә үткән тантаналы сарала Яҙыусылар союзына ҡабул ителгән шағир Хәким Алсынбаев та телмәр тотто. Себер яҡтарында эшләгән ҡәләмдәшебеҙ “Йәштәр тауышы” серияһында “Күңел дәфтәре” тип исемләнгән китап авторы.
- Өс көн буйы барған “Китап байрамы”нан һуң да әҙәби һүҙгә, әҙип һүҙенә танһығым ҡанмаған. Ижади осрашыуҙар халыҡҡа ғына түгел, әҙиптең үҙенә лә кәрәк ул. Киләсәктә лә ошондай кисәләр йышыраҡ үтһен ине тигән теләктәремде еткерәм, - тине ул һәм шиғыр һөйөүселәргә рухлы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Сараның икенсе өлөшөндә иһә “Оло Эйек буйында” әҙәби берекмә ағзаһы, башлап яҙыусы Руслан Абдуллиндың ҡулъяҙмалары тикшерелде. Шиғыр төҙөлөшө, ритм, рифма кеүек методик кәңәштәр, уй-фекерҙе шиғри форматта төплө итеп еткереү теләктәрен дә ишеттерҙеләр.
- Хисле, фәлсәфәүи, хатта “илаҡ” шиғырҙары ла бар, еңелсә генәләре лә, артыҡ тапалған темаларға ҡоролғаны ла. Бығаса ул үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаған булһа, артабан яҙғандарын Яҙыусылар ойошмаһының шиғриәт секцияһы ҡарар һәм кәңәштәрен бирер, тип уйлайбыҙ.
Ошо шиғыр мине нисектер “сиртте”. Эстәлегендәге талапһыҙ, эскерһеҙ, эгоизмһыҙ мөхәббәт бары тик ярата-ярата, һыҙлана-һыҙлана, уйлана-уйлана һөйөүҙе (һәм башҡа хистәрҙе) фәлсфәүи кимәлгә еткерә алыуҙан киләлер.
“Юлдар башҡа, икебеҙҙе тормош
Ике ҡотобона өйрөлткән.
Һыйпафонды ҡулға алған саҡта
Һин онлайн булһаң шул еткән.
Ҡал фәрештәм булып, мине гелән
Яҡшы, яҡты юлда йөрөткән”.
Өмөт бар, артабан да ижад эҙләнеүҙәр өҫтөндә эшләргә, яҙырға, яҙышырға, өлкән һәм тәжрибәле ҡәләмдәштәр менән йышыраҡ аралашырға, кәңәшләшергә кәрәк, - тип тәҡдим итте Миләүшә Ҡаһарманова.
Әйтергә кәрәк, урындағы ижадсылар өсөн бындай саралар айырыуса әһәмиәтле. “Китап” нәшриәте үткәргән йәрминкәлә лә халыҡ яратып башҡорт яҙыусыларының китаптарын һатып алды.