Мораҙым
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Декабрь 2023, 15:55

Урындағы башланғыстар

Ибрай ауыл биләмәһе йыл да “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында әүҙем ҡатнаша.

Урындағы башланғыстар
Урындағы башланғыстар

Уҙған йыл, мәҫәлән, Әлмәс ауыл клубын ремонтлағандар. Быйыл иһә программа ярҙамында Игебай ауыл мәҙәниәт йортон тәртипкә килтерергә ниәт ҡорғандар.

- Мәҙәниәт усаҡтары элек-электән  ауылды туплап, берләштереп торған урын ролен үтәй. Шуға ла мәҙәниәт йортон ремонтлау мәсьәләһен күптәр хупланы. Электр сымдарын алыштырыу, стеналарҙы буяу, аҫылмалы түбә ҡуйыу, тәҙрәләрҙе ремонтлау, гардин менән шторалау алыу, ике стенд эшләтеү, ағас эскәмйәләр һәм светодиодлы яҡтыртҡыстар алыу өсөн 500 мең һумлап аҡса китәсәк тип иҫәпләп сығарҙыҡ. 5 кешенән торған инициатив төркөм төҙөнөк, - ти Ибрай ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе Айгөл Урал ҡыҙы Мәжитова.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: