Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
ЙӘМҒИӘТ
25 Июль 2023, 05:10

ашҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә

Материалдарҙы 2023 йылдың 1 сентябренә тиклем ебәрергә кәрәк.

Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияны тапшырыу буйынса комиссия документтар ҡабул итеү хаҡында белдерә. Положениеға ярашлы, премиялар 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың авгусына тиклем донъя күргән иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн журналистарға, шулай уҡ журналистар коллективына тапшырыла.

Эштәр 1 сентябргә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, Башҡортостандың Журналистар союзы, 111-се офис (Матбуғат йортоноң  1-се ҡаты). Телефон  (347) 276-42-66.

Конкурста ҡатнашыу тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Журналистар союзының сайтында алырға мөмкин.

Журналистар өсөн премияның суммаһы 500 мең һумға тиклем арттырыла.

ашҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә
ашҡортостанда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына документтар ҡабул ителә
Автор:
Читайте нас