Мораҙым
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2023, 12:05

42 йыл һөнәренә тоғро булып ҡала

42 йыл... Аҙмы ул, күпме? Бер ҡараһаң, тотош бер кеше ғүмеренә торошло, был ваҡыт эсендә тыумаған кеше тыуып, тормошта үҙ урынын табып, атай-әсәй генә түгел, хатта олатай-өләсәй булып та өлгөрөргә мөмкин; икенсе яҡтан ҡараһаң, 42 йыл буйы район матбуғатында эшләгән Нәсимә Рәхмәт ҡыҙы Сәмиғуллина әйтеүенсә, был йылдар күҙ асып йомған ара кеүек кенә үткән дә киткән...    Күгәрсен ауылында тыуып үҫкән Нәсимә апай Сәмиғуллина  Өфө ҡалаһының 1-се полиграфия училищеһында белем ала. Уҡып йөрөгән сағында Мораҡҡа ҡайтып, ул саҡта “Хеҙмәткә дан” тип аталған район гәзитендә практика үтә. Уның тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡарауын күреп, шунда уҡ эшкә урынлашырға тәҡдим итәләр. Шулай итеп, уҡып бөтмәҫ борон уҡ Нәсимә Рәхмәт ҡыҙы район типографияһында эш башлай.

42 йыл  һөнәренә тоғро булып ҡала
42 йыл һөнәренә тоғро булып ҡала

Редакция архивында һаҡланған ҡаралы-аҡлы фотоһүрәткә бағабыҙ: бына, яңы ғына эш башлаған йәп-йәш ҡыҙҙар... Күҙҙәрендә ҡыҙыҡһыныу, йөҙҙәренән аҡлыҡ-сафлыҡ бөркөлә. Нәсимә Сәмиғуллина, Фәүзиә Феофанова, Фәйрүзә Тажетдинова, Нурия Ибраһимова ул ваҡытта бар хеҙмәт юлын ваҡытлы матбуғатҡа арнармын тип уйланымы икән?

Бына инде 42 (!) йылдан ашыу һөнәренә тоғро булып ҡала Нәсимә апай. Заманалар алмашына, предприятие үҙгәртеп ҡорола, гәзиттәрҙең исеме үҙгәрә... Ҡул хеҙмәте урынына компьютер технологиялары килә. Әйткәндәй, полиграфия ҡорамалдарын камиллаштырыуҙың һәр этабында ла Нәсимә Рәхмәт ҡыҙы заман менән бергә атлай, һөнәри оҫталығын арттыра, яңы баҫҡыстарҙы үҙләштерә: тәүҙә өҫтәл-нәшриәт системаһы операторы, һуңынан верстка буйынса инженер һөнәрҙәренә эйә була. Бында уға маҡсатҡа ынтылышлы булыу, шулай уҡ Өфө ҡалаһында белемен камиллаштырыу курстарында уҡыу ярҙам итә. Әйткәндәй, ул үҙе белгәндәрҙе хәҙер инде йәштәргә өйрәтә, тәжрибәһе менән ихлас уртаҡлаша.  

 Ситтән ҡарағанда компьютер артындағы ғәҙәти эш кеүек кенә күренһә лә, уның эше ижади: верстка буйынса инженер гәзиттең тышҡы йөҙөнөң матурлығына ҙур өлөш индерә. Ул дизайнер оҫталығына ла, фотоһүрәттәрҙе матурлау маһирлығына ла эйә булырға тейеш. Гәзиттең уҡымлы булыуына, уҡыусы күңелендә урын алыуына иң тәү сиратта, әлбиттә, мәҡәләләрҙең йөкмәткеһе йоғонто яһай. Әммә ана шул яҙмаларҙың ҡағыҙҙа нисек урынлашыуын, ниндәй шрифттар менән бирелеүен, һүрәттәрҙең ҙурлығын, фото һүрәттәге кешенең ҡайһы яҡҡа ҡарап тороуын, хатта юлдар араһындағы арауыҡты  күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай – гәзит үҙенең тышҡы йөҙө менән дә, йөкмәткеһе менән дә уҡыусыларыбыҙҙың зауығына берҙәй яуап бирергә тейеш.

 Нәсимә апай үҙ эшен яҡшы белеүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт камиллашыу өҫтөндә, компьютерҙа яңы программаларҙы үҙләштерә, эш барышында төрлө алымдарҙы ҡуллана.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте, тиҙәр. Дүрт тиҫтә йыл эшләү дәүерендә күп тапҡырҙар уға намыҫлы хеҙмәте өсөн предприятиеның, райондың, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының, БР мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзының маҡтау грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырыла. 2014 йылда иһә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре”, быйыл “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булды.    

 Ирек ағай менән Нәсимә апайҙың ғаилә ҡороуҙарына быйыл 40 йыл була. Күркәм пар сәскәләй ике ҡыҙ үҫтергән, уларҙы уҡытып, башлы-күҙле иткән. Бөгөнгө көндә Вәсилә һәм Гүзәл үҙ ғаиләләре менән Иглин районының  Ҡарамалы ауылында йәшәй, гөрләтеп донъя көтәләр. Ҡыҙҙарын да, үҙ улдарындай яҡын күргән кейәүҙәре Азамат  менән  Илдусты  һәм ейән-ейәнсәрҙәре Айгиз, Гөлнәзирә һәм Исламды һәр ваҡыт оло ҡунаҡтай көтөп ала бәхетле атай-әсәй, олатай-өләсәй...

 

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: