Мораҙым
+13 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
28 Ноябрь 2022, 14:55

Илде һаҡлау тигән йола бар...

 Быйыл көҙгө саҡырылыш, билдәле булыуынса, 1 ноябрҙә башланды. Был аҙнала йәнә бер төркөм егеттәребеҙ хәрби хеҙмәткә юлланды. Улар араһында яҡташыбыҙ Марат Сәйетбатталов та бар.  Улар нәҫеле элек-электән тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Ҡартаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитйән бабай 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, яу яланында уң ҡулын юғалтҡан. Атаһының бер туған ағалары Ғариф менән Тәлғәткә 60-70-се йылдарҙа ил һағына баҫырға тура килһә, 80-селәрҙән һуң хеҙмәткә алынған Әсҡәт бабаһы Алыҫ Көнсығыштың Артем ҡалаһында, Әхәт бабаһы Алма-Атала, Фуат бабаһы Германияла хеҙмәт иткән. Атаһы Илфат Үзбәкстанда изге бурысын үтәгән. Ике туған ағалары  Азат менән Наил, Руслан, Рәмзил менән Рифат, Зөлфәт менән Тимур ҙа армияла булған. Уларҙың юлын дауам итеүсе Маратҡа иҫән-һау хеҙмәт итергә, ата-әсәһен тик шатлыҡлы хәбәрҙәр менән генә һөйөндөрөп торорға насип булһын!

Илде һаҡлау тигән йола бар...
Илде һаҡлау тигән йола бар...

 Быйыл көҙгө саҡырылыш, билдәле булыуынса, 1 ноябрҙә башланды. Был аҙнала йәнә бер төркөм егеттәребеҙ хәрби хеҙмәткә юлланды. Улар араһында яҡташыбыҙ Марат Сәйетбатталов та бар.

 Улар нәҫеле элек-электән тыуған ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәгән. Ҡартаһы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Сәғитйән бабай 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән, яу яланында уң ҡулын юғалтҡан. Атаһының бер туған ағалары Ғариф менән Тәлғәткә 60-70-се йылдарҙа ил һағына баҫырға тура килһә, 80-селәрҙән һуң хеҙмәткә алынған Әсҡәт бабаһы Алыҫ Көнсығыштың Артем ҡалаһында, Әхәт бабаһы Алма-Атала, Фуат бабаһы Германияла хеҙмәт иткән. Атаһы Илфат Үзбәкстанда изге бурысын үтәгән. Ике туған ағалары  Азат менән Наил, Руслан, Рәмзил менән Рифат, Зөлфәт менән Тимур ҙа армияла булған.

Уларҙың юлын дауам итеүсе Маратҡа иҫән-һау хеҙмәт итергә, ата-әсәһен тик шатлыҡлы хәбәрҙәр менән генә һөйөндөрөп торорға насип булһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: