Мораҙым
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Октябрь 2022, 09:55

25 октябрь – Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө

- Әсәйем район үҙәгенә, ҡалаға барһа, мотлаҡ китап һатып алып ҡайтыр ине. Өйҙә улар аҙаҡ шул тиклем күп йыйылып китте - тотош бер шәхси китапхана барлыҡҡа килде... Атайым шул тиклем китап уҡырға яратты, унан күреп, беҙ ҙә уҡыуға ылыҡтыҡ. Ауыл китапханаһы минең иң яратҡан урыным булды, - ти 33 йыл Мораҡ башҡорт гимназияһында китапханасы булып эшләгән Миңзәлә апай Ишдәүләтова бала сағын иҫкә төшөрөп.

25 октябрь – Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө
25 октябрь – Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө

 Уның китапханасы һөнәрен һайлауына атаһының бер туған һеңлеһе – оҙаҡ йылдар Юлдыбай ауылында китапханасы булып эшләгән Тәхиә апаһының йоғонтоһо ла ҙур була.

Бейеүсе бейей-бейей оҫтарғандай, Миңзәлә Миңлеғәлим ҡыҙы ошо йылдар эсендә бай тәжрибә туплай. Бынан бер нисә йыл элек ул “Башҡортостан Республикаһының  иң яҡшы китапханаһы” республика конкурсында ҡатнашып, “Мәктәп китапханаһы – уҡыусыларҙа мәғлүмәт культураһын формалаштырыу үҙәге” номинацияһында еңеп сыға һәм Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була.

Уның хаҡындағы тулыраҡ мәҡәлә гәзитебеҙҙең уҙған һанында донъя күрҙе.

Автор:
Читайте нас: