Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2022, 17:40

Еңеү диктанты яҙылды

Бөгөн, 3 сентябрҙә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә Еңеү диктанты - 2022» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Беҙҙең район үҙәгендә ул Мораҡ 1-се урта мәктәбендә ойошторолдо. “Еңеү диктанты” - тарихи хәтергә ҡағылырға, үҙ көсөңдө һынап ҡарарға һәм уҙған һуғыш, уның геройҙары тураһында яңы мәғлүмәт белергә мөмкинлек биргән сараларҙың береһе. Диктант киң йәмәғәтселекте Бөйөк Ватан һуғышы тарихын өйрәнеүгә йәлеп итеү, тарихи белемде арттырыу һәм йәштәргә патриотик тәрбиә биреү маҡсатында тест үткәреү формаһында үткәрелде. Бөтә ҡатнашыусыларға ла 45 минут эсендә 25 эште башҡарып сығырға тәҡдим ителде. Диктант башланыр алдынан һәр ҡатнашыусыға баҫылып сыҡҡан диктант материалдарының шәхси комплекттары, шул иҫәптән эштәр һәм диктантты тултырыу өсөн бланктар тапшырылды, уны тултырыу буйынса телдән инструкция үткәрелде.

Еңеү диктанты яҙылды
Еңеү диктанты яҙылды

Күләмле патриотик акция йола буйынса Икенсе донъя һуғышы тамамланыу көнөнә арналды. Уны үткәреү өсөн беҙҙең илдә генә түгел, башҡа дәүләттәрҙә лә ун ете меңдән ашыу майҙансыҡ әҙерләнгән. Киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, акция ҡырҡ ике илде үҙ эсенә ала, тәүге тапҡыр уға Бангладеш һәм Иордания ҡушылған. Сит илдәрҙә рус телле мәктәптәр нигеҙендә, урындағы юғары уҡыу йорттарында, ватандаштарыбыҙҙың ойошмаларында өс йөҙгә яҡын майҙансыҡ асылған. Уларҙы йыш ҡына сит ил вәкилдәре үҙҙәре булдырырға тәҡдим иткән. Акцияны ойоштороусылар булып «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Рәсәй тарих йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте һәм «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте сығыш яһай.

Еңеү диктанты дүртенсе тапҡыр ойошторола. Диктант яҙырға теләгән һәр ҡатнашыусы ошо сараға ҡушыла алды.

#диктантПобеды2022 #ДиктантПобеды #ДиктантКугарчинскийрайон #Еңеүдиктанты  #мыпомним
 #мыгордимся

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: