Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Июль 2022, 09:11

Бәндәбикәне һуңғы төйәгенә кире ҡайтарырға кәрәк

Бәндәбикә рухына арнап Мәҡсүт, Ҡолшай, Үрген халҡы күмәк көс менән ете ҡорбан салдырыуҙары тураһында яҙып сыҡҡас, бер апай шылтыратты. Уның менән оҙаҡ һөйләштек.

Бәндәбикә рухына арнап Мәҡсүт, Ҡолшай, Үрген халҡы күмәк көс менән ете ҡорбан салдырыуҙары тураһында яҙып сыҡҡас, бер апай шылтыратты. Уның менән оҙаҡ һөйләштек. Бәндәбикә кәшәнәһе урынында  бер төркөм археолог-тарихсылар эҙләнеү эштәре үткәрә, студенттар ҙа йәлеп ителә. Әммә ауыл халҡы был эшкә ҡаршы була. Бигерәк тә ауыл ҡарттары, ололар. Сөнки халҡыбыҙҙа "ҡәбергә тейергә ярамай" тигән тыйыу ышанысы йәшәп килә. 

Была апай ҙа (исемен шартлы рәүештә Фәүзиә тип алайыҡ, үҙ исемен яҙмауыбыҙҙы үтенде) боронғоларҙың әйткәненә хөрмәт менән ҡарай. 

"Бәндәбикә инәйҙең һөлдәһен алып киткәндәрен иҫләйем. Ауыл халҡы тотош сыҡты, олатайҙар-инәйҙәр уны алып китеү түгел, ҡәберенә тейеүҙәренә лә ҡаршы ине. Тик шул ваҡытта уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыусы булманы... Шунан һуң беҙҙең төбәктең ҡото китте. Бер-бер артлы ҡаза килеп кенә торҙо, үлем күбәйҙе. Ишетеп тә торғанһығыҙҙыр, аяныслы, ҡот осмалы ҡурҡыныс хәлдәр бик күп булды. Уның өҫтәүенә ҡоролоҡ килде. Былтырғы йәйҙә бер тамсы ла ямғыр күҙ төшмәне бит! Быйыл ғына, шөкөр, ямғыр яуа, тик ер барыбер ҙә ҡоро, туйына алмай, һеңә лә һеңә...

"Бәндәбикәнең һөйәген кире ҡайтарып, ерләгәс, йәне тыныслыҡ тапҡас ҡына, был төбәккә бәрәкәт, ҡот ҡайтасаҡ" тигәндәр. Тик уны ҡалай табырҙар - шуныһы аптырата. Аҙаҡ шул тирәлә сеңләп илаған тауыштар ҙа ишеткән кешеләр булды. Шомло, хөрәфәтле урын һымаҡ булып ҡалды беҙҙең өсөн. Эҙләп-эҙләп ҡаранылар, осона сыға алмайҙар", - тип һөйләне Фәүзиә апай. 

Эйе, был турала беҙ ҙә ишеткәнебеҙ бар. Мәҡсүт ағинәйҙәренең ете ҡорбан салдырып, доға-аяттар бағышлауы ла ил инәһенең рухын шат ҡылып, тынысландырыр тигән өмөт бар. 

Әгәр ҙә ошо үҙенсәлекле тарих тураһында һеҙ ҙә беләһегеҙ икән, рәхим итеп беҙгә хаттар яҙығыҙ, хәбәр итегеҙ. 

 

 

Бәндәбикәне һуңғы төйәгенә кире ҡайтарырға кәрәк
Бәндәбикәне һуңғы төйәгенә кире ҡайтарырға кәрәк
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: