Мораҙым
+21 °С
Болотло
ЙӘМҒИӘТ
8 Июнь 2022, 09:15

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер

Үрге Сирбай ауылында тыуып үҫкән һәм шунда ғүмер кисергән Әлфиә апай Хәлитованың социаль хеҙмәткәр булып эшләүенә 20 йыл ваҡыт уҙған. Ошо йылдар эсендә ул үҙе хеҙмәтләндергән инәй-бабайҙарҙың ныҡлы ышанысын яулаған.

Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙерҺәр саҡ ярҙамға килергә әҙер
Һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер

Социаль ярҙам күрһәтеү башлыса өй йыйыштырыу, иҙән йыуыу, саң һурҙырыу, дарыу, аҙыҡ-түлек һатып алып килтереү кеүек ябай ғына көндәлек эштәрҙән торһа ла, социаль хеҙмәткәрҙәр был эштәр менән генә сикләнмәй, башҡа мәшәҡәттәрҙе лә үҙ иңенә ала. Мәҫәлән, мунса яға, инәйҙәрҙе йыуындыра, картуф сәсешә һ.б. Әсәләренә оҡшап улдары Рәлиф менән Заһит та изге күңелле. Кәрәк саҡта улар ҙа инәй-бабайҙарға ярҙамға ашыға.

 

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас