Мораҙым
-2 °С
Ясно
Новости
18 Сентября , 08:19

Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде

Эйек буйынан илһам  алып...

Добавить в предпочтительные источники Google
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителдеШ. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде
Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияға тәҡдим ителде

Журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Гүзәлиә Салауат ҡыҙы Балтабаева хеҙмәт юлын 2001 йылда Күгәрсен районы гәзите – “Хеҙмәткә дан” редакцияһында башлаһа, ике тиҫтә йылдан ашыу уның журналистика өлкәһендәге фиҙакәр хеҙмәте туранан-тура республиканың төп баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзите менән бәйле.

“Ҡыҙыҡлы, матур осор ул. Ҡәләмде үткерләргә булышлыҡ иткән, кешеләр менән аралашырға, төрлө ваҡиғаларҙы яҡтыртырға ғына түгел, район халҡына ҡағылышлы проблемаларҙы баҫма битендә ике телдә – русса һәм башҡортса яҙырға өйрәткән, ҡанатымды нығытҡан осор. Мине, ул төбәккә бөтөнләй икенсе яҡтан килен булып төшкән йәш белгесте, коллектив ихлас, йылы ҡабул итте. Шул тиклем күп яҡлы, күңелле ваҡыт булып иҫтә ҡалған Күгәрсен районында эшләгән йылдарым. Гәзиттәге эштән тыш, коллектив менән район смотрҙарында сығыш яһарға ла, гектар-гектар сөгөлдөр баҫыуҙарын утарға ла өлгөрә инек. Кешелекле, кеселекле хеҙмәттәштәрем менән, йылдар үтһә лә, әле лә йылы мөнәсәбәттәр һаҡлайбыҙ”, - тип хәтерләй ул йылдарҙы билдәле журналист.

Бөгөн  республика тормошо, халыҡтың көнкүреше, мәҙәниәт, рухиәт һәм социаль темалар буйынса күп һанлы публицистик мәҡәләләр авторы булған Гүзәлиә Салауат ҡыҙының һөнәри эшмәкәрлеге ике  йүнәлештән – журналистика һәм йәмәғәтселек эшенән тора.

 “Республика гәзиттәре менән студент саҡтан даими бәйләнештә булдым, “Башҡортостан”да практика үттем. “Йәшлек” гәзитенә лә яҙмаларымды ебәрә инем, баҫманың йыл лауреаты тип тә билдәләнеләр.  2004 йылда “Башҡортостан”ға эшкә килгәс, булмышыма тап килгән иҫ киткес көслө ижади мөхиткә эләктем. Тос фекерле, осло ҡәләмле, исемдәре республикала киң билдәле һөнәрҙәштәр менән эшләү, әлбиттә яуаплылыҡты ла, талапты ла арттырҙы, шул уҡ ваҡытта яңы ижади мөмкинлектәр һәм бейеклектәр асты.

Мәҙәниәт, социаль мәсьәләләр, яңылыҡтар бүлегендә эшләнем, был йылдар бик күп билдәле шәхестәр, сәхнә оҫталары, сәнғәт һәм мәҙәниәт әһелдәре менән танышыу, аралашыу, улар хаҡында яҙыу мөмкинлеге бирҙе. Республиканың мәҙәни учреждениеларына командировкалар, ҡыҙыҡлы премьераларға күҙәтеүҙәр, йәнле интервьюлар, фестивалдәр, форумдарҙы яҡтыртыуҙар һәм башҡа яҙмалар...Ул ваҡытта гәзит аҙнаһына биш тапҡыр сыға ине, тынғыһыҙ һәм сағыу осор.

Социаль бүлектә эшләгәндә, көндәлек яҙмаларҙан тыш, тормошобоҙҙа һәр саҡ көнүҙәк булған сетерекле темаларға мөрәжәғәт итергә тура килде. Белгес фекерҙәре менән байытылған байтаҡ аналитик мәҡәләләр донъя күрҙе. Унан тыш, наркология тармағындағы белгестәр, дин әһелдәре, социаль ярҙам хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәлдәр ҙә ойошторҙоҡ. Тимер рәшәткә артынан репортаж яһарға ла тура килде. Ҡасандыр тайғаҡ юлға баҫҡан, хата аҙым яһаған кешеләрҙең ирекһеҙ йәшәйешен күреп, ауыр тәьҫораттар менән ҡайтҡаным иҫтә. Әммә тормош ҡайҙа ла дауам итә. Мең төрлө уй менән барған төрмәнән ҡайтҡас, ҙур репортаж яҙҙым. Кемгәлер фәһем, кемгәлер ғибрәт, тигәндәй.

Гәзит һүҙе – ҡеүәтле этәргес тә. Мәҡәләләрҙә халыҡтың көндәлек тормошо, ауыл ерендәге көнкүреш, етем балалар, мохтаждарға ярҙам итеү мәсьәләләрен күтәреп, бәғзе мәсьәләләрҙе хәл итә  алған осраҡта, эшмәкәрлегеңден әһәмиәтен һәм мөһимлеген тояһың”,   – тип билдәләй Гүзәлиә Салауат ҡыҙы.

Һуңғы йылдарҙа журналист Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыныэң матбуғат хеҙмәте етәксеһе вазифаһын да башҡара һәм уның эшмәкәрлеген гәзит битендә даими яҡтырта бара. Ул ойошманың республика ҡала-райондарындағы, шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге урындағы бүлексәләре менән мәғлүмәти бәйләнеште ойоштороу өсөн яуаплы. Шулай уҡ республикала киң билдәле «Айыҡ ауыл», «Тере һүҙ»  “Белемле Башҡортостан” кеүек проекттарҙың мәғлүмәти кампанияларын етәкләй һәм уларҙы халыҡ араһында популярлаштырыу өсөн медиаойоштороу эштәре алып бара.  Гүзәлиә Балтабаева республиканың киң мәғлүмәт сараларында әүҙем эксперт булараҡ та сығыш яһай, милли медиапроекттарҙа төрлө ваҡиғаларға, милли мәсьәләләргә ҡарата етди фекерен һәм ҡарашын даими белдерә.

Журналист "Башҡортостан" биттәрендә даими баҫыла килгән "Башҡорт донъяһы",  "Рухиәт" рубрикаларын һәм “Ҡоролтай тауышы” тигән махсус өҫтәмә әҙерләй, унда милләтебеҙҙең йәшәйешен, мәҙәниәтен, тарихын яҡтыртыу өсөн төрлө форматтар ҡуллана (мәҡәләләр, интервьюлар, билдәле шәхестәр тураһында һүрәтләмәләр, ваҡиға урынындағы репортаждар һ.б.). Автор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеп, туған телде һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар хаҡында хәбәр итә; башҡорт халҡының билдәле шәхестәренең исемдәрен мәңгеләштереү, тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең, урындағы милли йәмәғәт ойошмаларының эше, башҡа төбәктәрҙәге ватандаштарыбыҙҙың тормошо хаҡында мәҡәләләр яҙа, рухиәтте һаҡлау — ул дәүләттең бурысы ғына түгел, ә граждандар йәмғиәтенең әүҙем эшмәкәрлеге лә, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала.

“Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының өҫтөнлөктәре үҙгәрешһеҙ — туған телде, тарихты, мәҙәниәтте, милли тамырҙарҙы һәм үҙаңды һаҡлау, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, башҡорттарҙың ижтимағи һәм рухи-мәҙәни үҫешенә һәр яҡлап булышлыҡ итеү, башҡорт милләтен бергә туплау. “Башҡортостан” гәзитенең маҡсаттары ла ауаздаш: сөнки ул республикала башҡорт телендә сыҡҡан төп баҫма, тарих йылъяҙмаһы, осор сағылышы”,  –  ти Гүзәлиә Балтабаева.

Конкурсҡа тапшырылған материалдар –  системалы эштең сағыу миҫалы. Журналист, киң мәғлүмәт саралары башҡорт халҡының тарихын һәм мәҙәниәтен һаҡлау, үҫтереү темаһын яҡтыртыуҙа ҡеүәтле ҡорал булып тора, тип билдәләй. Тап милли баҫмалар, шул иҫәптән башҡорт телендәге төп "Башҡортостан" республика гәзите, башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен популярлаштырыуға булышлыҡ итә һәм башҡорт халҡының ыңғай  образын формалаштыра. Төрлө тармаҡта уңыш яулаған милләттәштәр менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр; сит төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең тормошо, халҡыбыҙҙың рухи нигеҙен тәшкил иткән ырыуҙарҙың бөгөнгө йәшәйеше  - быларҙың  барыһы ла журналистың материалдарында сағылыш таба һәм башҡорт халҡы йылъяҙмаһының бер өлөшө булып тора.

Хеҙмәттәшебеҙ Гүзәлиә Балтабаева, матбуғат өлкәһендәге абруйлы премияға, һис шикһеҙ лайыҡ тип иҫәпләйбеҙ һәм уға уңыштар теләйбеҙ.

"Мораҙым"дар.

Фото Г. Балтабаеваның шәхси архивынан.

Автор:
Читайте нас