Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 10:20

Нефтселәрҙең ярҙамы Өфө дауаханаһына "тажлы" вирус менән көрәшеүҙе һөҙөмтәлерәк ойошторорға булышлыҡ итәсәк

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте Өфө ҡалаһының 10-сы клиник дауаханаһына медицина ҡорамалдарын алыу өсөн бер миллион һумлыҡ хәйриә ярҙамын күрһәтте.
Бүленгән аҡсаға һауа мөхитен контролдә тота торған медицина ҡорамалы,медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм пациенттарҙы тиҙ таралыусы ауырыуҙан һаҡлау өсөн: көн һайын дезинфекция үткәреү өсөн махсус ҡорамалдар, фотокаталитик зарарһыҙландырыу һәм һауа таҙартыу ҡулайламаһы ,бактерицид ультрафиолет лампалар алынды.
Шулай уҡ ауырыусыларҙәң хәлен даими рәүештә тикшереп тороусо ҡорамалдар ҙа, көнкүрештә кәрәкле медицина тауарҙары (тонометрҙар, глюкометрҙар,пульсоксиметрҙар ҙа алынған.
Медицина ҡалдыҡтарын дөрөҫ һаҡлау һәм зарарһыҙландырыу өсөн тәғәйенләнгән сығым материалдары күпләп булдырылды. Ул ғына ла түгел, медицина хеҙмәткәрҙәренең ял итеү бүлмәһендә уңайлы шарттар булдырыу өсөн заманса көнкүреш техникаһы ла ҡуйылды.Был ҡорамалдарҙың күпселек өлөшө илебеҙҙә етештерелгән.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: