Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Май 2021, 10:10

Башҡортостан Республикаһы Башлығы “Газ. Нефть. Технологиялар – 2021” күргәҙмәһендә “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте стендын ҡараны

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Р.Ф. Хәбиров һәм төбәктең башҡа йәмәғәтселек вәкилдәре Өфөлә 25 – 28 майҙа уҙған ХХIХ “Газ. Нефть. Технологиялар – 2021” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең стендын ҡараны.
“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р.Н. Ковалев “Транснефть” системаһы предприятиелары майҙансыҡтарында юғары технологиялы йыһаздар сығарылышы яйға һалыныуы, үткәргес торбалар транспорты системаһын үҫтереү һәм ышаныслылығын арттырыу өлкәһендәге эшмәкәрлек тураһында һөйләне.
Күргәҙмә өлгөләре араһында үткәргес торбаларҙың торошон баһалау өсөн билдәләнгән ҡатнаш магнит-ультратауыш дефектоскобы макеты бар. Аппарат торба эсендә нефть (нефть продукттары) ағымында хәрәкәт итә һәм бер үк ваҡытта магнит һәм ультратауыш диагностикаһын үткәрергә мөмкинлек бирә.
Экспозицияға НМ 10000-210 магистраль насос макеты ҡуйылған. Магистраль һәм терәк насостар Силәбе ҡалаһындағы “Транснефть нефть насостары” акционерҙар йәмғиәте заводында етештерелә.
“Транснефть – Үрге Волга” акционерҙар йәмғиәте күргәҙмәлә үҙҙәренең филиалы – сәнәғәтте автоматлаштырыу үҙәге етештерегән ТН-01 үлсәү-иҫәпләү комплексын тәҡдим итте. Комплекс нефть һәм нефть продукттарының сифат күрһәткестәрен һәм күләмен иҫәпләү системаларында мәғлүмәт йыйыу һәм эшкәртеү өсөн ҡулланыла.
Шулай уҡ “ТОМЗЭЛ” акционерҙар йәмғиәтенең продукцияһы: шыйыҡсаның тығыҙлығын үҙгәртеү һәм юғары үҙле нефть һәм нефть продукттары булған резервуарҙар төбөн йыуҙырыу ҡулайламаһын күрһәтте.
Был ҡорамалдар “Транснефть” системаһы предприятиеларында етештерелә торған продукцияның киң номенклатураһының бер өлөшө генә, шул иҫәптән импортты алмаштырыу программаһы сиктәрендә.
Стендты ҡарағандар бөтә продукция тураһында хәбәрҙар була ала. Мәғлүмәт экрандарында һәм интерактив панелдәрҙә компанияның нефть һәм нефть продукттарын өҙлөкһөҙ һәм аварияһыҙ транспортлауҙы тәьмин итеүе, импортты алмаштырыу программаһын тормошҡа ашырыуы, етештереү инфраструктураһын камиллаштырыуы, төбәктәрҙе үҫтереүҙә ҡатнашыуы тураһында ла мәғлүмәт бар.
Читайте нас: