Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, Күгәрсен районында 4 йәшлек баланың тәне янған. Ата-әсә һүҙҙәренсә, ул уйынсығын янып торған газ камфаркаһына тыҡҡан. Был ваҡытта ата-әсә өйҙә булған.
Сабыйҙың хәле ныҡ ауыр тип баһалана.