Оҡшаш хәл Архангел районында булған. Еңел автомобиль рельс автобусына килеп төкөлә. Водитель һәм уның пассажиры ваҡиға урынында һәләк булған. Икенсе пассажир дауаханала үлгән. Республикала ҡатмарлы һауа шарттары һаҡлана. Баш автоинспектор Динар Ғилметдинов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙә иғтибарлы йөрөргә саҡыра.