Иҫәп палатаһы дәүләт власында бик мөһим функция башҡара - дәүләт сығымдарын контролләй. Ведомство Президент Хакимиәте, Хөкүмәт, Дәүләт Думаһы менән туранан-тура эшләй.
Владимир Путин палата эшмәкәрлегенә ҙур баһа бирә һәм артабан да яуаплы, намыҫлы эшләүен теләй:
- Очень рассчитываю, как мы с Вами и договаривались, что Счетная палата будет даже несколько шире смотреть на проблемы, которыми вы занимаетесь, а именно в данной конкретной ситуации будет заниматься еще и контролем над исполнением национальных проектов, - тине ул кисәге осрашыуҙа.
Тимәк, милли проекттарҙың үтәлешен Иҫәп палатаһы даими өйрәнеп торасаҡ, етешһеҙлектәрҙе асыҡлаған хәлдә, етди ҡарарҙар ҡабул ителәсәк.
Кудрин әфәнде лә Президентты, беҙ тик һөҙөмтәгә ирешеү өсөн эшләйбеҙ, кешеләр яҡшыраҡ йәшәһен, илебеҙ үҫһен өсөн, тине.