Мораҙым
+16 °С
Облачно
Новости
6 Января 2017, 08:33

Бер ауылдан ике чемпион

Декабрь уртаһында Өфө ҡалаһындағы БР Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә бокс буйынса республика беренселеге һәм чемпионаты уҙғарылды.

Төрлө ҡала һәм райондарҙан килгән 600-ҙән ашыу спортсы араһында яҡташтарыбыҙ – Башҡорт дәүләт медицина университетының 1-се курс студенты Гүзәл Айытҡолова 64 кг. ауырлыҡта,


ә спорт профилле республика мәктәп-интернатының 8-се класс уҡыусыһы Эльнард Тажетдинов (икеһе лә – Мораҡ ауылынан, ҡасандыр балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тәрбиәләнгән) 72 кг. ауырлыҡта чемпион исемдәрен яуланы. Улар миҙалдар, маҡтау грамоталары менән билдәләнде, бокс буйынса Башҡортостан Республикаһы йыйылма командаһы составына инде һәм яҙғыһын тәүҙә Волга буйы федераль округы, һуңынан ил кимәлендә сығыш яһаясаҡ.

Читайте нас