Сараға килгәндәрҙе быйылғы йыл символы – маймыл һәм әкиәт персонаждары сәләмләне, сәхнәгә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырҙы. Улар үҙ сиратында балалар менән уйындар ойошторҙо, тәмлекәстәр таратты, килгән халыҡ менән шыршы тирәләй, йырҙар башҡарып, әйләнде.
Мораҡ ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Факил Иҙрисов һүҙҙәре буйынса, боҙ ҡаласығын төҙөүҙә айырыуса “Дом-Сервис” йәмғиәте, шулай уҡ район үҙәге ойошмалары эшсәндәре, боҙ һындарҙы яһау буйынса оҫталар әүҙем ҡатнашҡан, “Урал” хәйриә фонды һәм эшҡыуарҙар аҡсалата ярҙам күрһәткән.
Шыршы Мораҡ ауылындағы шәхси йорт хужаһынан һатып алынған. Боҙ ҡаласығы иҫке Яңы йыл байрамына тиклем торасаҡ, аҙаҡ балалар өсөн майҙансыҡ, тау шыуыу урыны Рәсәй Һаҡлыҡ банкы янындағы урынға күсереләсәк.