Мораҙым
+12 °С
Дождь
Новости
27 Декабря 2016, 06:33

Яман уйы килеп сыҡмаған

Рәсәй Федерацияһының Тәфтиш комитетының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге Күгәрсен районы буйынса ЮХХДИ бүлексәһе хеҙмәткәренә ришүәт бирергә маташыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты, тикшереү эштәренән һуң уны судҡа ебәрҙе.

Тикшереү барышында шул мәғлүм булды: республикала йәшәүсе бер водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙа һәм юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәре тарафынан туҡтатыла. Водитель полиция машинаһында ултырғанында полиция хеҙмәткәренән административ яуаплылыҡҡа тарттырмауҙы үтенеп, уға аҡса тәҡдим итә.

Суд енәйәт эшен ҡарағандан һуң ришүәт бирергә маташыусыны ғәйепле, тип тапты һәм уға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығарҙы.

Ейәнсура район-ара тәфтиш бүлеге, власть вәкилдәренә ришүәт биреүгә йүнәлтелгән ҡылыҡтар закон талаптарына ҡаршы килә, уның өсөн енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған, тип иҫкәртә.
Читайте нас