Мораҙым
+19 °С
Облачно
Новости
27 Декабря 2016, 06:57

Ваҡытында түлә һәм квартира от!

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы “Квартираға ордер” проекты ҡатнашыусыһы булып тора. Проект үҙ эсенә 2016 йылдың декабренән 2017 йылдың 30 мартына тиклем барасаҡ социаль акцияны ала, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн һәм һалымдарҙы түләмәү проблемаһын хәл итеүгә йүнәлтелгән.

Республикала 1400000 адресҡа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәр (электр уты, газ, телефония) һәм һалымдар буйынса квитанциялар килә. Һалым хеҙмәте, “ЭСКБ”, “Газпроммежрегионгаз”, “Башинформсвязь” йәмғиәттәре һәр береһе айырым үҙ клиент базаһы менән эш алып бара. Йыл аҙағында уларҙың һәр береһе бер үк проблемаға юлыға: абоненттар ваҡытында иҫәпләшмәй, һөҙөмтәлә хеҙмәт күрһәтеүселәр ҙә, республика бюджеты ла зыян күрә, килеп етмәгән аҡсалар төбәктең социаль эшмәкәрлегендә сағылыш таба.

Торлаҡ төҙөү буйынса компания приз фонды тәҡдим итеп, халыҡты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн һәм һалымдарҙы ваҡытында түләргә дәртләндерергә булған – Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем, әгәр ҙә ул квитанциялар буйынса түләһә һәм акцияла ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтһә, “Миловский парк” комплексына квартира отоу мөмкинлегенә эйә була. Теркәлеү ысулы ябай – SMS ярҙамында. Еңеүселәр Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында билдәләнәсәк.
Читайте нас