– “2008-2018 йылдарға Рәсәй Федерацияһында телерадиотапшырыуҙарҙы үҫтереү” Федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә тотош Рәсәйҙе һанлы форматтағы телевидениеға күсереү эштәре бара. “Рәсәй телевидение һәм радио тапшырыуҙар селтәре” компанияһы был бурысты үҙ өҫтөнә алды, беҙҙең республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә телебашнялар төҙөлә һәм һанлы телевидениеға күсеү буйынса эштәр әүҙем генә бара. Һанлы телевидение – социаль проект. Тимәк, түләүһеҙ, бушлай, башҡа кабелле телевидение кеүек айлыҡ абонент түләүҙәрҙе талап итмәй. Рәсәйҙә һанлы телевидениеға күсеүҙе – һанлы телевидение селтәрҙәрен төҙөүҙе 2018 йылға тамамлау күҙаллана.
Күгәрсен районы үҙәге Мораҡта ла телебашня төҙөлдө, үткән ай аҙағында 1-се мультиплексҡа ингән 10 канал тапшырыуҙары һанлы форматта күрһәтелә башланы. РТРС-1 мультиплексына “Первый канал”, “НТВ”, “Россия1», «Россия24», «Россия-К», «Матч ТВ», «Карусель», «Петербург 5 канал», «Общественное телевидение России», « ТВ Центр» телеканалдары һәм «Радио России», «Радио Маяк», «Вести FM» радио станциялары ингән.
Район биләмәһендәге ауылдарҙың күбеһе тиерлек 8анлы телевидение ҡарай ала. Шулай уҡ Ейәнсура районының Иҫәнғол, Мәләүез районының Восточный ауылдарында ла телебашнялар төҙөлдө, һанлы телевидение эшләй башланы, ул райондар менән сиктәш ауылдарға сигналдарҙы уларҙан тотоу мөмкинлеге лә бар.
Һанлы телевидениеға тоташыу өсөн нимәләр кәрәк?
Һанлы телевидение каналдарын ҡарар өсөн әгәр һеҙҙең өйҙә DVB-T2 стандартлы һанлы декодер менән ҡулайлаштырылған заманса телевизор икән, һеҙгә дециметрлы антеннаны тоташтырыу ҙа етә, артабан каналдарҙы эҙләп табырға ғына кәрәк буласаҡ.
Әгәр телевизор иҫкерәк булһа, һанлы телевидениены тотоу өсөн ябай антеннан тыш махсус приставка (DVB-T2 стандартлы) алырға кәрәк буласаҡ. Һуңғыһының хаҡы уртаса 1 мең һум тирәһе.
Һанлы телевидениены нисек көйләргә?
Антеннаны телебашня яғына бороғоҙ;
Әгәр һеҙҙең телевизор яңы икән, антеннаны телевизорға тоташтырығыҙ;
Әгәр телевизорығыҙ иҫке булһа, DVB-T2 стандартлы приставкаға антеннаны, ә приставканы телевизорға тоташтырығыҙ;
Алда әйтеп үткәндәрҙе эшләгәс, телевизорҙы йәки приставканы 25 ТВК һәм 506 МГц үҙәк йышлыҡтарына көйләгеҙ.
Телевизорҙы көйләү буйынса һорауҙар булһа, консультация үҙәгенә мөрәжәғәт итергә була, адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь Революцияһы урамы, 65/1. Т. 7(347)246-45-78, 8-800-220-20-02.
Һүрәттә: Тәүәкән ауылына ингән урында телевизион башняны ҡороу мәле (2016 йылдың авгусы).