Мораҙым
+29 °С
Облачно
Новости
27 Декабря 2016, 09:48

Ижади бәйгеләр, акциялар...

Гәзиттең бер ҡанаты – уның хеҙмәткәрҙәре булһа, икенсе ҡанаты – һеҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Район гәзиттәренең 85 йыллығына арнап уҙғарылған ижади конкурста иһә айырыуса балалар әүҙемлек күрһәтте. Декабрь айында уларҙың барыһы ла уҡытыусылары менән берлектә редакцияға бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Сара башында уҙғарылған гәзиттәрҙең уҙғанына, бөгөнгөһөнә ҡағылышлы викторина уларҙың “районка”ны күҙәтеп барыуҙарын, тарихы менән хәбәрҙар булыуҙарын күрһәтте.

Публицистика” номинацияһында Мораҡ башҡорт гимназияһының 5-се “г” класы уҡыусыһы Нургөл Иҫәнғолова, “Кроссвордтар” номинацияһында ошо уҡ уҡ белем усағынан 8-се “г”класы уҡыусыһы Самат Баймырҙин, “Ҡул эштәре” номинацияһында Ерекле мәктәбенән Ислам Рыҫҡолов (1-се класс), “Һүрәт төшөрөүноминацияһында Күгәрсен мәктәбенән Зәлиә Хәйбуллина (3-сө класс) 1-се урындарға лайыҡ булды. “Ҡул эштәре” конкурсында Ерекле мәктәбенән Алмаз Мәжитов (3-сө класс) һәм Мәҡсүт мәктәбенән Мария Копылова (3-сө класс) – 2-се, Марияның класташтары Азалия Маликова менән Зәлиә Кәримова – 3-сө, “Һүрәт төшөрөү” буйынса Ерекле мәктәбенән Нәркәс Рафиҡова (4-се класс) – 2-се, Мәҡсүт мәктәбенең Илзидә Мәжитова (3-сө класс) 3-сө урындарҙы яуланы. Шулай уҡ Яңы Хвалын мәктәбенән Гөлфиә Килсенбаева ( 9-сы класс), Мәҡсүт мәктәбенән Яна һәм Виктория Корчагиналар (1-се класс), Әлфиә Мусина (4-се класс), Күгәрсен мәктәбенән Зәлиә Якиева (2-се класс), Рәзил Ваһапов, Азалия Хәлитова, Линар Ҡорбанаев (3-сө класс), Ерекле мәктәбенән Алтынай Мәсәғүтова ла (1-се класс) ижади бәйгенән ситтә ҡалманы.

Йәш ижадсыларҙың бараһына ла “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренең Дипломдары һәм иҫтәлекле бүләктәре тапшырылды.

Азамат ҒӘҘЕЛШИН фотолары.
Читайте нас