Мораҙым
+9 °С
Болотло
Новости
12 Декабрь 2016, 12:52

Районда – яңы башлыҡ

12 декарбҙә район хакимиәте бинаһында дүртенсе саҡырылыш район Советының туғыҙынсы ултырышы үтте. Унда район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, бүлек етәкселәре, ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары, ойошма, учреждение, предприятиелар етәкселәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылғайны.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ултырыш эшендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһы ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Е.Гурьев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең муниципаль берәмектәр менән үҙ-ара эш итеү идаралығы начальнигы Г.Букреев, Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы начальнигы Б.Мелкоедов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Й.Ильясова ҡатнашты.
Көн тәртибенә Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығын һайлау мәсьәләһе ҡуйылды.
Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына конкурс үткәреү буйынса конкурс комиссияһы рәйесе Е.Гурьев конкурс һөҙөмтәләре менән таныштырҙы һәм тейешле вазифаға тәғәйенләү өсөн Советҡа ике кандидатты: район Советы рәйесе, “Тәүәкән” ДУАП-ы етәксеһе Ғ.Янбаевты һәм район хакимиәтенең эштәргә идара итеүсеһе А.Зиновьевты күрһәтте.
Кандидатуралар буйынса фекер алышыуҙа “Башкиравтодор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Күгәрсен филиалы директоры Р.Йәнбәтов һәм “Иртөбәк” йәмғиәте директоры О.Николаев ҡатнашты.
Кандидаттарҙы һайлау тәртибе һәм ҡарар ҡабул ителгәс, асыҡ тауыш биреү булды. Үткәрелгән тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль район хакимиәте башлығы итеп бер тауыштан Ғайса Ғилметдин улы Янбаев һайланды һәм Совет ҡарары менән контракт төҙөлдө. Ғ.Янбаев район хакимиәте башлығы итеп һайланғас, депутат һәм район Советы рәйесе вәкәләттәрен һалды.
Район Советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы О.Назаров менән район хакимиәте башлығы Ғ.Янбаев тантаналы шарттарҙа контракҡа ҡул ҡуйҙы.

Читайте нас