Мораҙым
+16 °С
Ясно
Новости
8 Декабря 2016, 04:29

“Шыршы-2016” операцияһы башланды

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Күгәрсен урмансылығы буйынса территориаль бүлеге һәм Күгәрсен урмансылығының “Мобиль төркөм” секторы Күгәрсен районы буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ киҫеүгә юл ҡуймаҫ өсөн “Шыршы-2016” операцияһын иғлан итте. Участка урмансылыҡтарында оператив төркөмдәр төҙөлөп, тәүлек әйләнәһенә дежур итеү башланды.

Урманға барып, рөхсәтһеҙ йәш шыршы-ҡарағайҙарҙы киҫеүселәр административ һәм енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Штрафтар ҙур: граждандарға ҡарата 3-4 мең, вазифалы кешеләргә 20-40 мең, юридик шәхестәргә 200-300 мең һум күләмендә һалына. Өҫтәп тәбиғәткә килтерелгән зыян өсөн дә түләргә тура киләсәк. Шуны ла белергә кәрәк: килтерелгән зыян 5 мең һумдан ашып китһә, енәйәт эше ҡуҙғатыла. Рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡҡанда техника һәм башҡа ҡорамалдар файҙаланылһа, улар тартып алына, административ штраф күләме бермә-бер арта.

Яңы йыл байрамында шыршыһыҙ ҡалам, тип ҡайғырырға түгел. Күгәрсен урман хужалығы урманға зыян килтермәй генә шыршы, ҡарағайҙар әҙерләй башлаған, улар һатыуға ла сығарыласаҡ, хаҡы, бейеклегенә ҡарап, 200-800 һум буласаҡ.

Ойошмалар, предприятиелар, учреждениеларға шыршылырҙы ташыуға рөхсәт биреүсе документ булып, урман хужалығы биргән квитанция тора, ул 3 көн буйы ғәмәлдә.

Белешмәләр өсөн телефондар: 2-13-88, 2-13-89.
Читайте нас