Мораҙым
+22 °С
Облачно
Новости
6 Декабря 2016, 04:11

Өйҙә тыйнаҡтар, сәхнәлә – зирәктәр

Мәҡсүт ауылында Әсә көнөнә арналған мәҙәни сара уҙғарылыуы тураһында хәбәр ишеткәс, барырға булдыҡ. Уны үткәреүгә район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса һәм спорт бүлеге үҙ өлөшөн индерҙе.

Барлыҡ әсәләрҙе байрам менән Мәҡсүт ауыл биләмәһе башлығы Әхмәтйән Вәлитов ҡотлап үтеп, айырым ҡатындарҙы бүләкләне.

Ауыл мәҙәниәт йортона конкурста ҡатнашырға барлығы биш әсә – Алена Ростова, Гөлфирә Собханғолова, Жасмин Саргсян, Татьяна Абдрахманова һәм Альбина Буранбаева, улар менән бергә балалары ла баҙнат итте. Һәммәһе өсөн алып барыусылар төрлө ҡыҙыҡлы конкурстар һәм уйындар әҙерләне. Конкурстар араһында тамашасылар һәм ҡатнашыусылар бер аҙ ял итеп та алды. Үҙҙәренең моңло йырҙарын тамашасыларға Рим Әбүбәкиров, Резеда Ҡотлобаева һәм Айгөл Килмөхәмәтова, урындағы “Ағинәйҙәр” ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы бүләк итте, ә заманса бейеүҙәре менән барыһын ауыл мәктәбе уҡыусылары дәртләндерҙе.

Әсәләр үҙҙәренең ни тиклем отҡор, зирәк һәм тапҡыр икәнлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланы. Баһалама ағзалары ҡатнашыусыларҙың һәр береһен төрлө номинацияла билдәләне, Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.
Иҫкәрмә: мәҡәлә ҡыҫҡартып алынды.

Автор фотолары.

Читайте нас