Илдең баш ҡалаһында үтәсәк Яңы йыл шыршыһына Башҡортостандан 114 уҡыусы бара. 25 декабрҙә балалар махсус рейс менән Мәскәүгә юллана, 27-дә иһә Өфөгә ҡайта. Быйыл төп Яңы йыл тамашаһы 26 декабргә билдәләнгән.
Ғәҙәттәгесә, делегация “Измайлово” ҡунаҡхана комплексына урынлаштырыла. Программа бик бай: 25 декабрҙә уҡыусылар “Кескәй йөрәк тураһында баллада” тигән музыкаль тамаша ҡарай, 26-да Кремль шыршыһы була, кискеһен улар яҡтылыҡ тамашаһында ҡатнаша.
Беҙҙең райондан Кремль шыршыһына бер генә уҡыусы – Мораҡ 1-се урта мәктәбенең 6-сы класы уҡыусыһы Лилиана Хәлитова (һүрәттә) барасаҡ.