Мораҙым
+19 °С
Облачно
Новости
1 Декабря 2016, 03:17

Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк!

22 ноябрҙә “Аҙна һайын – бүләк” конкурсының сираттағы еңеүселәре билдәләнде. Был юлы Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенә барлығы 449 квитанция ебәрелгәйне. Киләһе йылға “Мораҙым”гәзитенә яҙылып, квитанцияһын ебәргән 211 кеше араһынан иң даланлылары – Сәйетҡол ауылынан Фәйрүзә Сәйетбатталова (кәнфит һауыты), Мораҡтан Гөлнур Зәйниева (термокружка), Лена Суракова (сынаяҡтар) булып сыҡты.

“Кугарчинские вести” гәзитен алдырыусылар иһә саҡ ҡына әүҙемерәк икән: уларҙың квитанцияһы 238 ине. Улар араһынан Мораҡтан Тәлғәт Әмирханов, Лилиә Садиҡова, Исемдән Наталья Породькина еңеүселәр тип табылды.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ һәм редакцияла көтөп ҡалабыҙ (үҙең менән паспорт, социаль номер һәм страховка танытмаһын алып килергә).

Ҡалғандарҙы иһә акциянан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырабыҙ. Ҡатнашыу шарттары ябай: “районка”ларға ярты йыллыҡҡа яҙылырға һәм квитанция күсермәһен редакцияға хат аша ебәрергә йәки алып килергә.


29 ноябрҙә Күгәрсен мәғлүмәт үҙәгенең “Аҙна һайын – бүләк” конкурсында “Мораҙым” гәзитенә яҙылыусылар араһынан түбәндәгеләр бүләк отто: Гөлнәзирә Ғәлина (салат һауыттары, Мораҡ ауылы) (һүрәттә), Харис Йәғәфәров (көрөшкәләр, Һапаш), Юнир Ҡарағужин (сынаяҡтар, Ялсы).

“Кугарчинские вести” еңеүселәре – Динә Ғүмәрова, Гөлгөнә Яугилдина, Александр Гусев (өсөһө лә Мораҡтан).


Башҡаларға иһә әйтер һүҙебеҙ шул: “Аҙна һайын – бүләк” акцияһы киләһе аҙнала ла уҙғарыласаҡ, ситтә ҡалмағыҙ. Декабрь айында һеҙҙе йәнә бер бүләк отош – “Бәхетле авто” акцияһы көтә.
Читайте нас