Мораҙым
+11 °С
Дождь
Новости
1 Декабря 2016, 04:15

Донъяны биҙәрҙәр әсәләр

Башҡортостан Хөкүмәтендә биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе әсәләрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарға “Әсәлек даны” миҙалын һәм аҡсалата премияны БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов тапшырҙы.

Аҙнағол ауылында донъя көткән биш бала әсәһе Гөлнара Кинйәбулатова үҙен республика кимәлендә ҙурларҙар тип һис тә уйламаған. Бүләкләнеүсегә беҙ ҙә барып еттек, шулай уҡ ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙек. Бөгөн Гөлнара Ғәфүр ҡыҙы ғорурлыҡ хисе менән “Әсәлек даны” миҙалын һәм уға танытманы ҡулында ҡыҫып тота. Һөйләшеүҙән шуныһы асыҡланды: Сәйетҡолда тыуып үҫкән ханым бынан ике тиҫтәнән ашыу йыл элек Аҙнағол егете Өлфәтте осратҡан. Йәштәр араһында мөхәббәт уты тоҡанған, тиҙҙән яңы ғаилә лә барлыҡҡа килгән, бер-бер артлы мөхәббәт емештәре-балалары тыуған. Улар ата-әсәләрен ҡайғыға һалмай, ҡыуандыра ғына.

Автор фотоһы.

Һүрәттә: Гөлнара Кинйәбулатова улы Ғаяз менән.
Иҫкәрмә: мәҡәлә ҡыҫҡартып алынды. Тулы варианты менән “Мораҙым” гәзитенең 137-се һанында таныша алаһығыҙ (26 декабрь 2016 йыл).
Читайте нас