Мораҙым
-3 °С
Облачно
Новости
1 Декабря 2016, 03:04

Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалығыҙ!

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, һеҙҙең өсөн дә, беҙҙең өсөн дә ҡыуаныслы яңылыҡ – 1 декабрҙән 11 декабргә тиклем “Рәсәй почтаһы” ваҡытлы матбуғатҡа ташламалы хаҡтар менән яҙылыу буйынса декада иғлан итә. Тимәк, ошо арауыҡта теләге булған һәр кем “Мораҙым” һәм “Кугарчинские вести” гәзиттәренә яҙылып, байтаҡ аҡсаһын янда ҡалдыра ала.

Добавить в предпочтительные источники Google

Хаҡтар түбәндәгесә: бер айға – 125 һум 87 тин, ярты йылға – 755 һум 22 тин, бер йылға – 1361 һум 40 тин. Быға тиклем “районка”ларға яҙылып өлгөрмәгәндәр был уңайлы мөмкинлекте ҡулынан ысҡындырмаҫ, тип ышанабыҙ.

Әйткәндәй, Яңы йыл байрамдарына ла һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Яҡындарығыҙға ниндәй бүләк бирергә тип баш ҡатыраһығыҙ икән, яуап ябай – гәзиткә яҙҙырығыҙ. Бындай бүләк нисәмә ай буйы яҡынығыҙҙы ҡыуандырасаҡ һәм ул баҫма килгән һайын һеҙҙе иҫенә төшөрәсәк.

Читайте нас