Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Матбуғаттан айырылмаған уҡыусыларыбыҙға “афарин” тибеҙ! Әйткәндәй, кемдәр гәзиткә яҙылып өлгөрмәгән, улар был эште әле башҡарып ҡуя ала. Уларға гәзит август айынан килә башлаясаҡ.

Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!

Икенсе бүләгебеҙ – кофеварка шулай уҡ Мәҡсүт ауылында ғүмер кисергән Арида Илешева өлөшөнә насип булды.

 Арида Ғәлиәкбәр ҡыҙы тыумышы менән Күгәрсен ауылынан. Ул заманында урындағы ашханала ашнаҡсы булған, “Октябрь” совхозының һөт-тауар фермаһында быҙау ҡараған, һыйыр һауған. Әлеге көндә хаҡлы ялда. Тормош иптәше Рәшит ағай ҙа матур хеҙмәт йылы үткән, төҙөлөштә эшләгән, тракторсы булған, ул бынан бер нисә йыл элек мәрхүм булған.

 Илешевтар өс бала үҫтергән, Арида апай бөгөнгө көндә 4 ейәнсәргә ҡәрсәй-өләсәй. Уға тәғәйен бүләкте ейәнсәре Лилиә килеп алды.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: