Мораҙым
+22 °С
Ясно
МӘҒАРИФ
27 Октября 2023, 05:35

Иң яҡшы хат яҙыусы

Бөгөн мәктәптәрҙә 1-се сирек тамамлана. Ошо уңайҙан Мораҡ 1-се урта мәктәбендә тантаналы линейка уҙҙы. Унда Рәсәй почтаһының “Иң яҡшы хат яҙыу дәресе” Бөтә Рәсәй балалар хаттары конкурсы призеры Софья Васильева бүләкләнде. Софья 7-се “в” класында уҡый. Ул бәләкәйҙән китап уҡырға ярата.

Иң яҡшы хат яҙыусыИң яҡшы хат яҙыусы
Иң яҡшы хат яҙыусы

Софья «Я доброволец, я волонтер» темаһына хат яҙған. 

Конкурстың маҡсаты - хат мәҙәниәтен тормошҡа ҡайтарыу, туған телгә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләү, ғаиләңдең һәм илеңдең тарихына мөрәжәғәт итеү.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас