Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
27 Август 2025, 18:10

Өр-яңы автобустар бирелде

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарға 200 яңы автобус тапшырҙы. Яңы мәктәп автобустары асҡысын алыусылар араһында беҙҙең район мәктәптәре директорҙары ла бар ине: райондың алты мәктәбе уҡыусылары хәҙер өр-яңы автобуста йөрөйәсәк.

Өр-яңы автобустар бирелде
Өр-яңы автобустар бирелде

 Өр-яңы техника Яңы Хвалын, Волостновка, Йомағуууужа 1-се урта, Воскресенка, Мораҡ төп дөйөм белем биреү, Мораҡ 1-се урта мәктәптәренә тапшырылды.  

 

Өр-яңы техника Яңы Хвалын, Волостновка, Йомағуууужа 1-се урта, Воскресенка, Мораҡ төп дөйөм белем биреү, Мораҡ !-се урта мәктәптәренә тапшырылды.

— Яңы мәктәп автобустары — көн дә мәктәпкә йөрөгән балаларыбыҙ өсөн өҫтәмә уңайлыҡ һәм хәүефһеҙлек, — тип яҙған ул социаль селтәрҙәрҙә.

 

Дөйөм алғанда, 2019 йылдан Башҡортостанда автобус паркы 900-гә яҡын яңы автобус менән тулыланды. Башҡортостан Башлығы ата-әсәләрҙе һәм уҡытыусыларҙы яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы, мәктәп автобусы водителдәренә хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

 
Автор: Гульназ Саитбатталова
Читайте нас