- Надежда Николаевна, район буйынса нисә кеше һеҙҙең үҙәктә иҫәптә тора? Иҫәпкә торор өсөн атап һеҙгә килеү мотлаҡ түгел шикелле?
- Әлеге көндә бөтәһе 67 кеше иҫәптә тора, йыл башында 52 ине. Эйе, “Работа России” берҙәм порталында дәүләт хеҙмәттәре аша инеп резюме ҡалдыраһың, һинең резюме ҡарала, йәғни эш эҙләүсе булараҡ та, пособие менән файҙаланыуға ла модерация үтә; 11 көн эсендә һиңә шәхси план төҙөлә. Шунан ғына дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Әгәр ҙә кеше оҙаҡ эшләмәгән, мәҫәлән, бер йыл эшһеҙ торған икән, уға минималь пособие тәғәйенләнә, әгәр ҙә күптән түгел эштән киткән булһа, пособие күләме эш хаҡына бәйле һанала. Эшһеҙлек буйынса кеше йыл дауамында иҫәптә торорға мөмкин, әгәр вакансия килеп сыҡһа, беҙ уға йүнәлтмә бирәбеҙ, иҫәптә тороусы эшен оҡшатмай унан баш тартһа, икенсе эшкә йүнәлтәбеҙ. Эшкә сығырға был юлы ла теләге булмаһа, уны иҫәптән төшөрөргә мәжбүр булабыҙ.
- Ә вакансиялар баҙары баймы һуң, ниндәйерәк һөнәр эйәләре районда ҙур ихтыяж менән файҙалана?
- Иң тәүге сиратта, әлбиттә, эшсе һөнәрҙәр – тракторсылар, водителдәр, электромонтёрҙар, һауынсылар талап ителә. Шулай уҡ уҡытыусы, бухгалтер, тәрбиәсе, юрист, психолог һөнәрҙәренә лә вакансия булып тора.
- Кемдәргә эш табыуы ҡыйыныраҡ?
- Пенсия алды йәшендәгеләр күберәк мөрәжәғәт итә. Әлбиттә, уларға белеменә ҡарап эш табырға тырышабыҙ, ғәҙәттә һаҡсы, йыйыштырыусы булып урынлашҡандар бар. Яңы ғына уҡыу йорттарын бөткәндәр, юғары белем алғандар ҙа мөрәжәғәт итә.
- Үҙәктә иҫәптә торғандарҙың артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынаһығыҙмы?
- Дәүләт иҫәбенә белем алғандарҙың, стажировка үткәндәрҙең, әлбиттә, шул эшен артабан дауам итеме-юҡмы икәнлеге ҡыҙыҡһындыра. Әлеге ваҡытта иҫәптә тороусы юғары уҡыу йортон бөткән икәү август айында береһе юрист, икенсеһе эш башҡарыусы һөнәренә стажировка үтәсәк.
- Һаулыҡтары сикләнгәндәр иҫәптә торамы?
- Әлбиттә. Теләге булғандар эшкә урынлаша. Ҡайһы берәүҙәрҙең теләге ҙур булһа ла, сәләмәтлеге буйынса эшләй алмай. Һәр ҡайһыһы шәхси ҡараш талап итә, айырыуса махсус хәрби операцияла һаулығына зыян килеп хеҙмәтенән бушатылғандар иғтибар үҙәгендә. 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына, шәхси программаға ярашлы, дистанцион рәүештә (йәғни өйҙә ултырып) эшләү мөмкинлеге бар. Тик эшләргә, тыныс тормошҡа яраҡлашырға теләктәре генә булһын.
- Тимәк, махсус хәрби операциянан ҡайтҡандар менән дә эш алып бараһығыҙ?
- Эйе, төрлө сәбәптәр менән мобилизация, йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәтен тултырыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына дәүләт ярҙамы саралары ҡаралған. Мәҫәлән, яугир сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле водитель булып эшләй алмай икән, уға һаҡсыға түләүһеҙ уҡыу мөмкинлеге бирәбеҙ. Күптән түгел ирҙәре махсус хәрби операцияла булған ике ҡатынға үҙҙәре теләгән һөнәрҙе үҙләштерер өсөн илле меңлек сертификат тапшырылды.
- Халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса тағы ла ниндәйерәк дәүләт ярҙамы саралары бар?
- Өҫтә телгә алып үткәнсә, хеҙмәт тәжрибәһе булмағандарға, үҙ һөнәре буйынса эш таба алмағандарға, йәки эшен алмаштырырға теләгәндәргә эш табышыу, өҫтәмә белем алып яңы һөнәр үҙләштерешеү; юридик шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм башҡа эш биреүселәр менән хеҙмәттәшлек итеп, уларға квалификациялы эшсәндәрҙе табыуҙа ярҙам күрһәтеү – төп йүнәлештәрҙең береһе. Быйыл, мәҫәлән, 11 кеше һаҡсыға уҡыны һәм эшкә урынлашты, тиҙҙән тағы 9 кеше уҡыясаҡ. 10 гүзәл зат август айында керпек үҫтереү һөнәрен үҙләштерәсәк, 5 кеше торгейтинг (документтар менән эшләү) һәм социаль селтәрҙәрҙе үҫтереү буйынса белем аласаҡ.
Эшкә урынлашыр өсөн икенсе ергә, тораҡ пунктҡа күсеп китеүселәр хөкүмәттән финанс ярҙамға дәғүә итә ала ( фатирға инеү, йәиһә йәшәү урыны өсөн – 3 айҙан артмаҫҡа тейеш, транспорт-юл сығымдарын дәүләт ҡаплай); эш табыуы еңел булмаған граждандарға: инвалидтар, иркенән мәхрүм булып учреждениеларҙа яза үтәп сыҡҡандар (иреккә сығыуҙарына йыл үтмәҫ борон), пенсия алды йәшендәгеләр, ҡасаҡтар, бәлиғ булмаған йәштәге балалар тәрбиәләүсе, үҙенсәлекле балалар үҫтереүсе яңғыҙ һәм күп балалы әсә-аталар, радиация алғандарға ваҡытлыса эшкә урынлашырға дәүләт ярҙамы ҡаралған.
14 йәштән алып 18 йәшкә тиклем бәлиғ булмаған йәштәгеләрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса ҡаралған дәүләт ярҙамы ла район ерлегендә бер нисә йыл рәттән ғәмәлдә. Быйыл 157 бала мәғариф бүлеге аша теркәлеп, 10 килешеү төҙөлдө, йәйге хеҙмәттәре өсөн балалар финанс ярҙам алды. Күләме артыҡ ҙур булмаһа ла, улар өсөн үҙҙәренең эш хаҡын алыуы күңелле булғандыр.
Эш эҙләгән граждандарҙы эшлекле һөйләшеүҙәргә, яңы эш урынына, һөнәри үҫештәргә әҙерләү, уларҙа әүҙем тормош позицияһын булдырыу маҡсатында социаль адаптация буйынса дәүләт ярҙамы саралары бар. Үҙ эшен асырға теләгәндәр тест үтеп, артабан уңышлы бизнес-план төҙөп тапшырған һәм шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгән осраҡта дәүләттән 180 мең 528 һум күләмендә бер тапҡыр бирелгән финанс ярҙам (ЕФП) алырға мөмкин. Үткән йылда 12 кеше үҙ эшен асты. Аҙ килемле күп балалы ғаиләләр өсөн дәүләт ярҙамы саралары бар, быйыл уның буйынса 4 кеше үтте.
“Башҡорт вахтаһы” проекты сиктәрендә лә райондан 5 кеше Өфө мотор-сәнәғәт оборона заводына (халыҡ телендә УМПО) эшкә урынлашты. Теләге булған кеше, әлбиттә, дәүләт ярҙамы сараларын файҙалана, эшен таба.
- Эш тигәндән... Эш күләменең осо-ҡырыйы юҡ шикелле һеҙҙә. Халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүсе коллективығыҙ ҙурмы?
- Эйе, эш күңелле беҙҙең, ялға ваҡыт ҡалмай. Коллектив йәмғеһе 8 кешенән тора. Үҙемде иҫәпләһәм, бөтәбеҙ 6 белгес. Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла намыҫлы, үҙ эшенә яуаплы ҡарай, бында башҡаса булыуы мөмкин дә түгел. Йыл һайын теге йәки был йүнәлештә яңылыҡтар, үҙгәрештәр инеп тора, эшебеҙ үҙебеҙҙән дә даими белем алыуҙы талап итә. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, эш урыныбыҙ яҡты, иркен, үткән йылда “Демография” проекты сиктәрендә беҙҙең бүлеккә ремонт эшләнде, бүлмәләребеҙ йыһазландырылды, яҡтырып китте һәм күңел һалып эшләр өсөн дәрт өҫтәлде.
- Надежда Николаевна, фәһемле әңгәмә, кәрәкле мәғлүмәттәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да арымай-талмайынса эшләргә булһын!
Эйе, урындағы мәшғүллек үҙәге белгестәре халыҡ мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәт итә, күптәрҙең хыялын бойомға ашырырға ярҙам итә (берҙәм коллективтың шулай уҡ йәмәғәт сараларынан, өмәләрҙән дә ситтә ҡалмауын, һәр яҡлап әүҙем булыуын билдәләп үтеү мөһим!). Даими рәүештә “Кадрҙар” милли проекты сиктәрендә уҙған вакансиялар йәрминкәһенә йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә килә. Кеше бер урында тормай, йәненә ятышлы эш эҙләй, һөнәрле булыуҙың оло бәхет икәнен таный икән, - тимәк, тормош әле районыбыҙҙа гөрләй.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
А.Ғәҙелшин фотоһы.