Шәһит Хоҙайбирҙин йәшәгән осор Рәсәйҙә үтә ҡатмарлы һәм ҡаршылыҡлы, буталсыҡ дәүер булыуы менән айырылып тора. 1917 йылдың февраль революцияһынан алып Октябрь революцияһына тиклемге ҡатмарлы осорҙа уға ни бары 21 йәш кенә була. Шулай булһа ла, революция һалдаты булараҡ, өлгөрөп еткән шәхес булып формалаша. Ә уға ҡәҙәр уңа ҙур һынауҙар, ауырлыҡтар күрергә, тормош мәктәбе аша уҙырға тура килә.
Уның 28 йәшлек ғүмер юлын түбәндәге осорҙарға бүлеп ҡарарға мөмкин:
Данлыҡлы ла, тарихи ла Өфө-Ырынбур юлы.Ошо юл буйында Бесәнсе ауылы урынлашҡан. Түбә һаламдары осмаһын тип, нәҙек кенә кәртәләүҙәр менән баҫтырылған һалам башлы йорттар теҙелгән, ҡарындыҡ тәҙрәләр...
1896 йылдың октябрь айы. Иген ҡырҙары бушап ҡалған. Ағиҙел туғайындағы ҡыуаҡтарҙа үҙ ояһын да ҡора алмаған, кеше ғүмерҙәрен юраусы, мәңге һағышлы кәкүк ҡысҡырыуы, һандуғас һайрауҙары ла күптән тынған.
Әхмәтша ла башҡа ауылдаштары кеүек, урылған игендәрен Агиҙел йылғаһы яры буйына ташып, һыу үтмәҫлек итеп, кәбәнгә ултыртты. Агиҙел туңыу менән, тигеҙ боҙ өҫтөндә һәр йорт үҙ игенен һабағас менән һуғып-ҡойоп һәм елгәреп үҙ өйөнә ташып аласаҡ. Ә ауыл халҡы әлегә ҡышҡа әҙерлек менән мәшғүл. Бына шундай көндәрҙең береһендә Әхмәтша ғаиләһендә бер ир бала фани донъяға ауаз һала. Уға Шәһит тип исем ҡушалар.
Әхмәтша үҙенең йорт-ҡураһы менән башҡаларҙан айырылып тормай. Осон-осҡа ялғап йәшәй. Заманына хас булғанса, һәр ҡабым ризыҡтары иҫәптә була. Шулай булһа ла, икенсе улы Зиннәттән һуң тыуған улына ҙур өмөттәр бағлай, киләсәктең ҙур кешеһе итеп күрергә теләй.
Шәһит үҙ ауылдарындағы башланғыс) мәктәптә тырышып уҡый, алдынғы шәкерттәрҙән һанала. Мөғәллиме уға иң беренсе “Иман шарты” һәм “Әлифба рисаләһе сабыйҙар өсөн” кескенә китапсыҡтарын ҡулына тотторҙо. Башҡа класташ шәкерттәре менән был китаптар өҫтөндә дүрт-биш ай ултырғас, “Бәдәвам” һәм “Кисекбаш” китаптары менән уҡыу йылын тамамланылар, имтихандарға әҙерлек башланды.