Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
11 Ноябрь , 11:30

Мин - Ер ҡыҙы

“Йәшәйһең һин, тиҙәр, әллә ҡайҙа, Ерҙә микән, күктә? Белмәҫһең! Тик мөхәббәт минең торған илем, Туңдан булһаң унда кермәҫһең!”  Был шиғыр юлдарының авторы, хыял ҡанаттары менән сикһеҙ йыһандарҙы айҡаған ябай Ер ҡыҙы – Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Исмәғилева булыр. Уның исеме, ижад емештәре беҙҙең гәзит уҡыусыларға яҡшы таныш, шиғри шәлкемдәре “Мораҙым”да даими баҫылып тора.  Аҡҡошло күлдәре, ихлас күңелле кешеләре менән һоҡландырған Федоровка еренә беҙ матур сараға – авторҙың “Мин – Ер ҡыҙы” тип аталған өр-яңы китабының исем туйына саҡырылып, аяҡ баҫтыҡ. “Юлдаш”  нәшриәтендә донъя күргән был китапҡа шағирәнең төрлө йылдарҙа яҙылған йөкмәткеле шиғырҙары, шул иҫәптән махсус хәрби операцияға, һалдат әсәләренә бағышланған ижад емештәре тупланған.

Мин - Ер ҡыҙы
Мин - Ер ҡыҙы

Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы Күгәрсен районы ҡыҙы. 1957 йылдың 7 авгусында Моҡас ауылында тыуып үҫә. Уның ижадҡа ынтылышы бала саҡтан уҡ башлана. Йор һүҙле, зирәк аҡыллы ҡартәсәһе Ғилмикамал Әбделмөьмин ҡыҙы Муллабаеваның йырҙарын, әкиәттәрен, легенда-риүәйәттәрен тыңлап үҫкән ҡыҙ башҡорт халҡының рухи мираҫына ғашиҡ була. Башланғыс кластарҙа Сөләймән Муллабаевтың ижадын өйрәнә башлағас, уҡыусы ҡыҙҙың шиғыр яҙып ҡарау теләге уяна. Шулай итеп, дүртенсе класта уҡығанда тәүге шиғырын яҙа, киләсәктә ижад офоҡтары киңәйнеп, тормош тәжрибәһе, кисерештәре, хис-тойғолары шиғыр юлдары булып түгелә һәм Гөлкәй апай ысын мәғәнәһендә шиғриәт илен аяҡ баҫа: 2007 йылда Федоровка районы ижадсыларының шиғырҙары тупланған “Напевы трехречья” китабында тәүге шәлкеме баҫылып сыға; 2010 йылда иһә “Еңеүгә” гәзите  авторҙың шиғырҙарынан торған “Әкиәт иле – бала саҡ” тип аталған балалар өсөн китап нәшер итә; 2013 йылда шағирәнең ижад емештәре Татарстан һәм Башҡортостан яҙыусылар союзының секция ултырышында ҡарала һәм лайыҡлы баһалана. Бынан теүәл ун йыл элек “Китап” нәшриәтендә “Биҙәктәр” серияһында “Уралдым уйҙарыма” тип аталған китабы ла донъя күрә. Быйыл иһә “Мин – Ер ҡыҙы” китабы менән берлектә Ырымбур өлкәһендә нәшер ителгән “Дала моңо” китабын да ҡулына ала. Былтыр халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы уҙғарылған сәсәндәр әйтешендә халыҡ сәсәне исемен йөрөткән Ғүмәр сәсән менән һынашып, ижад иткән әйтештәре ингән унда.  

 Әйткәндәй, Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙының сәсәнлектә сығышы тәүгә түгел. Бер нисә йыл элек “Айыҡ ауыл” республика бәйгеһендә “Бәләкәй ауылдар”  номинацияла ҡатнашҡан Күгәрсен районының Сәлих һәм Йылайыр районының Сәләх ауылдары әйтеше менән еңеүгә үҙ өлөшөн индергәйне. Йылайырҙар исеменән күренекле журналист, шағир Мотал Рәмов сығыш яһаһа, сәлихтар данын нәҡ Гөлкәй апай яҡлағайны. Бығаса юғалып барған жанрҙы тергеҙеү, үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү өлкәһендәге хеҙмәте ысын мәғәнәһендә баһаға лайыҡ. Шуны ла билдәләп үтеү урынлы булыр, Муллабаевтар нәҫеле Мөхәмәтша Буранғолов менән Ғүмәр сәсәндең тыуған яҡтары – Туҡ-Соран буйҙарына барып тоташа. Бәйге тамамланғас, ойоштороусылар “Дала моңо” китап аталған китап баҫтырып сығарған (мөхәррире – Шәһүрә Асҡарова).

  Шағирәнең ижадташ дуҫтарын, ҡәләмдәштәрен, шиғриәт һөйөүселәрҙе туплауға сәбәп булған “Мин – Ер ҡыҙы” китабының баш һүҙендә билдәле шағирә Тамара Искәндәриә бына нимәләр яҙа:

 “Гүзәл ижад емеше... Башҡортмо һин? Йондоҙҙарҙың, Йыһандың телен аңлайһыңмы? Шәжәрәң төҙөкмө? Тарихыңды, халыҡ ижады ынйыларын беләһеңме? Үҙ милләтеңә ете ят түгелме һин? Гөлкәй Исмәғилеваның был китабын ҡулына алғанда, уҡыусы үҙ алдына иң тәүҙә ошондай һорауҙарҙы ҡуясаҡ.

 ...Тәбиғәт, әсә менән бала араһындағы һөйөү, ғаилә ҡиммәттәре, мөхәббәт хистәре Гөлкәй Исмәғилева шиғырҙарында баҙыҡ төҫтәр менән бирелә. Айырыуса мөхәббәт лирикаһы үҙенсәлекле, иркен һулышлы тасуири сараларға бай. Был шиғырҙар һине арбап, үҙ эсенә алып инеп китә, шағирә менән бергә һыҙланып, бергә ҡыуана, яратҡан кеше күңелендә тыуған меңдәрсә һорауҙарға бергә яуап эҙләй башлайһың...

 ...Йәмғиәтебеҙҙәге автор ҡәләменә эләккән төрлө күренештәр ҙә уйланырға мәжбүр итә.

“Көн-төн эҙләнем ерҙә хәҡиҡәт:

Бик күп уйландым тормош турында”, - ти ул үҙе был хаҡта, тормоштоң ҡараңғы яҡтарынан арып.

“Шөкөр, Аллаһ, үҙең булғаныңа!

Көслө ҡурсалауҙа булғаныма...” - ти икән, беҙ был һүҙҙәргә ихлас ышанабыҙ һәм шиғриәт һөйөүселәрҙе тағы бер гүзәл ижад емешен ҡулдарына алыуҙары менән ҡотлайбыҙ.”

 Бала саҡтан тәбиғәткә ғашиҡ булған, илаһи күренештәрҙе баһалаған Гөлкәй апайҙың күңелендә бөтмәҫ һөйөү, хазина һаҡланалыр кеүек.

“...Ер ҡыҙымын.

Ергә баҫып торам.

Күңел яулай һаман үрҙәрҙе.

Тынмаҫ йәнем урын таба алмай...” тип яҙа ул бер шиғырында. Үрҙәргә, күккә ынтылған йәндең күңел кисерештәре лә сикһеҙ Йыһан менән бәйле һымаҡ. Был юҡҡа ла түгелдер, “Йәйге төндә сәғәт нисәлә, ҡайһы йондоҙ эргәһенән Ер юлдашы осоп үткәнен бер ҡатмарлыҡһыҙ әйтә алам” тип хайран ҡалдырҙы шағирә. Күҙәтеүсәнлеге лә уны тәбиғәт менән бер бөтөн итәлер.

  Шағирәнең ҡыуанысын уртаҡлашырға яҡташтары,

мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Булат Сиражетдинов, Ҡораласыҡ ауыл биләмәһе башлығы Гөлнур Фәйзуллина, Федоровка районы башҡорттары ҡоролтайы вәкиле, “Ашҡаҙар”  гәзитенең баш мөхәррире Алһыу Тәтегәсова,  Федоровка районы татарҙары конгресы етәксеһе Сөмбөл Хәйбуллина, “Ағинәйҙәр ҡоро” етәксеһе  Минисара Иҫәнғолова, Стәрлетамаҡ яҙыусылар берлеге етәксеһе, шағирә Римма Ғәлимова менән берлектә Күгәрсен районынан мин һәм район китапханаһы хеҙмәткәре Светлана Халиҡова барып ҡайттыҡ.

 Ҡунаҡтарҙы сәләмләп, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Сиражетдинов сығыш яһаны.

- Беҙҙең район башҡа төбәктәрҙән айырмалы рәүештә үҙенсәлекле, таланттарға бай төбәк. Бик күп Советтар союзы геройҙары, билдәре ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар, драматургтар, яҙыусылар, шағирҙарыбыҙ менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Һәм беҙҙең төбәкте үҙ итеп, таштай батҡан килендәр ҙә данлай.  

 Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы менән байтаҡ йылдар дуҫбыҙ, бергә тығыҙ эшләйбеҙ. Уны нәмәгә яуаплы ҡараған, юғары мәҙәниәтле, талантлы, абруйлы, затлы шәхес, ир ҡатыны, яғымлы әсәй, өләсәй итеп беләбеҙ. Ул оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләне, балаларға төплө белем, тәрбиә бирҙе, уның уҡыусылары ла мәктәп йылдарын гел йылы һүҙ менән иҫкә ала.

 Ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ. Ошо ҡатмарлы осорҙа кешеләр шиғри һүҙгә айырыуса мохтаж. Йөрәктән сыҡҡан ғына йөрәккә етә тиҙәр, ысынлап та, шағирәнең һәр һүҙе уҡыусы күңеленә үтеп инә алыу көсөнә эйә. Бигерәк тә, бөгөнгө һалдаттарға, уларҙың сәсәләренә бағышланған шиғырҙары заманыбыҙ менән ауаздаш, - тине Булат Нурулла улы тәбрикләү һүҙҙәрен еткереп.

 Әйткәндәй, Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙы үҙе лә һалдат әсәһе. Был китаптың бағымсыһы ла нәҡ ул. Улы Фәнис әсәһенә рәхмәт йөҙөнән үҙенсәлекле бүләк эшләгән.

БР һәм РФ Яҙыусылар союзы ағзаһы, Стәрлетамаҡ яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, шағирә, журналист Римма Ғәлимова ла ҡәләмдәшен яңы китабын ҡулына алыуы менән ҡотланы, шиғриәт һөйөүселәргә шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

- Ҡәләмдәшем Гөлкәй апай менән күптән танышмын. Уның шиғырҙарын һәр ваҡыт күңел тетрәнеүе менән уҡыйым. Бөгөнгө сарала ҡатнашыуым менән дә сикһеҙ бәхетлемен, мейестә бешкән икмәк шикелле өр –яңы китабыңды ҡулыңа алыуҙан да

ҙур бәхет бармы икән ижадсы өсөн?! Киләсәктә лә илһам шишмәләрең мул булһын, уҡыусыларыңды яңынан-яңы шиғырҙарың менән ҡыуандырып торорға яҙһын, - тине шағирә.

 Гөлкәй апайҙың иң яҡындары – балалары, килен-кейәүҙәре, ейән-ейәнсәрҙәренең сәхнәгә сығып ҡотлауы ла күңелгә үтеп инде.

 Сараны музыкаль яҡтан биҙәгән үҙешмәкәр йырсылар, бейеүселәрҙең дә хеҙмәтен баһалап үтеү урынлы булыр. Күренекле үҙешмәкәр йырсы, Юлдаш ауыл клубы мөдире Филүс Юлдашбаевтың, интернет селтәре аша ғына танып белгән моңло тауышлы ябай тракторсы Нурйән Ишҡоловтарҙың йырҙарын кинәнеп тыңланыҡ, рәхәтләнеп алҡышланыҡ. Уларҙы шағирә тамашасыға рәхмәт йөҙөнән сюрприз итеп үҙе шәхсән саҡырған.

 Балыҡлыбаш ауылында йәшәгән яҡташыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Гүзәл Шәфәғәт ҡыҙы Хәйбуллина менән дә танышыуыбыҙға шатландыҡ. Ситтә йәшәһә лә, беҙҙең “Мораҙым” гәзитен туғандары аша алдырып, беҙҙең мәҡәләләрҙе яратып уҡып бара икән ул.

 - Беҙ икебеҙ ҙә Күгәрсен ҡыҙы, Оло Эйек буйында тыуып үҫеп, ошо ергә килен булып төштөк. Федоровка еренә ерегеп, халҡына берегеп хеҙмәт иттек, балалар үҫтерҙек. Мин мәктәптә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән йылда Гөлкәй вожатая булып эшкә килде.Ул килеү менән мәктәптә “бейеү эпопеяһы” башланды. Шул хәтлем оҫта итеп бер нисә төркөм балаларҙы түңәрәккә туплап, бейеүҙәр ҡуйып, матур саралар үткәрә ине.

 Нәҡ ошо йылдарҙа республикала “Уйна, тальян” проекты эшләй башланы һәм беҙҙең уҡыусылар Күмертау ҡалаһында сығыш яһаны.  Уның етәксеһе Ихсанов тигән кешенең тәү баһаһы ошолай булды: “Ниһайәт, Федоровка районы уянды!” Беҙ Гөлкәй менән Федоровка районын уятыуҙа ҡатнашҡанбыҙ тип, йәш ваҡыт, дәртле саҡ, алда тағы ла яҡшыраҡ эшләргә тип ҡайтып киттек.

 Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ҡораласыҡ мәктәбендә уҡытты. Уның бөтә булмышы, эше, ғүмере халыҡ, милләт, тел булды. Уҡыусылары ла гел алдынғы булды, олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар алып ҡайта торғайнылар.

 Уның китаптарында тупланған ижад емештәре менән иң беренсе булып мин танышҡанмындыр. Яңы шиғырҙарын һәр ваҡыт уҡып ишеттерә, уның өсөн айырым рәхмәт Гөлкәйгә. Уҡыған арала тиҙ-тиҙ генә төҙәтеүҙәрен дә индереп ебәрә.

 Сит ергә килеп, үҙ кешем, үҙ яҡташым менән осрашыу мине туғанлы итте тиһәм дә арттырмаҫмын. Бер туғандар кеүек аралашып йәшәйбеҙ. Бөгөнгө көндә китап сығарыу еңел түгел, был йөкмәткеле китапты таратыу маҡсаты менән 20 дана һатып алырға ҡарар иттем. Беҙҙең шағирәбеҙҙең ижад емештәре төрлө тафартарҙа йәшәгән яҡташтарыбыҙға, шиғриәт һөйөүселәргә барып етергә тейеш,- ти Гүзәл Шәфәғәт ҡыҙы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

 Күгәрсен, ысынлап та, илһамлы төбәк. Был данлы ерҙән бик күп шағирҙар, һүҙ оҫталары, йырсылар сыҡҡан. Матур тәбиғәтле, күҙ ҡамаштырыр аллы-гөллө сәскәле яландары, урмандары, ҡырҙары, тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары, күҙ йәшендәй саф һыулы шишмәләре, йылғалары, хеҙмәт һөйгән кешеләре менән дан тотҡан был төбәктә тыуып үҫеп тә, шиғриәткә, сәнғәткә ғашиҡ булмау мөмкин түгелдер. Ижади күңелле, хисле йөрәкле кешенең генә йөрәгендә тыуған яғына, уның кешеләренә, ғөмүмән, донъяға оло мөхәббәт яралалыр. Оло Эйек һыуын һыулап үҫкәнгәлер, һеҙ ҙә яҡташыбыҙ - халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева һымаҡ һүҙ ҡөҙрәтен нескә тойоп, ижадға тартылған шағирә.
 Ябай игенсенең хеҙмәтенә, ер кешеһенә, ауылының аинәйҙәренә, дуҫтарына арналған шиғырҙарында был асыҡ сағыла. Һәр шиғыр юлдары тәрән кисерештәр, хис-тойғолар менән һуғарылған. Һәм нәҡ ошо хистәр ауаздашлығы менән уҡыусылар күңеленә яҡын Гөлкәй Шәүкәт ҡыҙының ижад емештәре.

- Мин дә үҙ сиратымда “Юлдаш” нәшриәтенә, бөгөнгө күркәм байрамды ойоштороусы районыбыҙҙың мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, ауылдаштарыма, алыҫ  араларҙы яҡын итеп, ваҡыт табып килгән ҡунаҡтарыма, сарала ҡатнашҡан һәләтле артистарға, әхирәттәремә, дуҫтарыма ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Ғаиләмә, бигрәк тә китабымдың бағыусыһы-  улыма ысын күңелдән рәхмәтлемен.

Иҫән булайыҡ! Барыбыҙға ла именлек теләйем.

...Ғүмеремдең тоғро юлдашы - 

Ҡартәсәйем әйткән васыят:

“Мөхәббәтле бул, балам, моңһоҙ булма,

Бәрәкәтең артыр мең ҡабат!”

 Йөрәгемдә ялҡын дөрләп яна! Күңелем моңға бай. Көн итешем бәрәкәтле. Бының өсөн Аллаһ тәғәләгә мең шөкөр! – тип ихлас рәхмәттәрен еткерҙе Гөлкәй апай яуап һүҙендә.

 Яҙмыш ҡушыуы буйынса төйәк иткән Федоровка районы халҡы ла  яҡташыбыҙҙы ысын күңелдән хөрмәт иткәнлеген тойоп ҡайттыҡ.
 Киләсәктә лә ижад шишмәләре мул булып, ҡәләмдәренән мәңгелекте көйләр моңдар ғына тамып торһон ине шағирәнең!

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: