Күгәрсен ерен үҙ итеп, ғүмерлеккә ереккән, оҙайлы хеҙмәт йылдарын уның мәнфәғәтенә арнаған күркәм парҙың икеһе лә Миәкә районының Биҡҡол ауылында тыуып үҫкән. 9 йыл буйы дуҫлашып йөрөй улар, 9 йыл буйы хаттар яҙышалар... Ҡыҙ юғары уҡыу йортон тамамлап, ҡулына диплом алған көндө егет уға тәҡдим яһай. Шул уҡ көндө никах уҡыталар, ЗАГС-ҡа баралар, ноябрь айында иһә гөрләтеп туй үткәрәләр. Бына шул ваҡыттан алып, 50 йыл ғүмер үтеп тә киткән!
Миәкә егете булһа ла, Илдар Вәли улы Әхмәровтың 45 йыллыҡ оҙайлы хеҙмәт юлы нәҡ беҙҙең районда уҙған. Юл төҙөлөшө, күпер төҙөү тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт иткән уҙаман мастерҙан алып юл төҙөү-ремонтлау идаралығы етәксеһенә тиклем юл үткән.
Илдар Вәли улына артабан байтаҡ йылдар “Күпер төҙөлөшө идаралығы” йәмғиәтендә лә эшләргә тура килә. Эшһөйәр уҙаман бында ла абруй-хөрмәт ҡаҙана.
Уның тырыш хеҙмәте Күгәрсен районының, БР Юл төҙөлөшө министрлығының бихисап маҡтау грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнә, 2001 йылда иһә “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Матбуғат тарихында үҙ эҙен ҡалдырған, районда беренселәрҙән булып “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре” исемен алған Сәғиҙә Хажғәле ҡыҙының яҙышыу һәләте мәктәп йылдарында уҡ асыла. Тәү тапҡыр редакция буҫағаһы аша атлап үткәндә ул, әлбиттә, 26 (!) йыл ғүмерен гәзит эшенә арнармын, тип башына ла килтермәй. Тәржемәсе, хәбәрсе булып эш башлаған төплө белемле белгескә тора-бара йөктәрҙең тағы ла яуаплыраҡтарын йөкмәтәләр: яуаплы сәркәтип тә, хаттар бүлеге мөдире лә, баш мөхәррирҙең тәржемә буйынса урынбаҫары ла була ул.
Һоҡланғыс пар өс балаға ғүмер бүләк иткән. Ҡыҙҙары Эльвира Салауат музыка училищеһын, Өфө сәнғәт академияһын тамамлаған. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай аппаратында эшләгән осорҙа тағы бер нисә һөнәр үҙләштерә.Бөгөнгө көндә ул ғаиләһе менән Өфө ҡалаһында йәшәй. Икенсе улдары Эльвир - юғары белемле элемтәсе, бөгөнгө көндә “Велесстрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мәғлүмәт технологиялары бүлегендә эшләй. Иң кеселәре Вадим Өфөлә төпләнгән, ул атаһының юлын дауам итә, бөгөн республика юл ойошмаларының береһендә производство-техник бүлеге инженеры булып эшләй.
Сәғиҙә апай менән Илдар ағай хаҡлы ялға сыҡҡас, Мораҡтағы гөлдәй донъяларын ҙур улдарына ҡалдырып, Иҫке Хвалын утарында яңы нигеҙ күтәрәләр. Мораҡта йәшәгәндәге һымаҡ ишле мал, ҡош-ҡорт аҫрамаһалар ҙа, бер генә лә тик ултырмай улар: баҡса тултырып йәшелсә-емеш, сәскә үҫтерәләр, бал ҡорттары тоталар. Уларҙың ҡотло, йәмле, ҡунаҡсыл йорттарынан кеше өҙөлмәй, әленән-әле ҡайтып торған балалар, ейәнсәрҙәргә генә түгел, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарға, туған-тыумасаларға ла йорт ишектәре лә, күңел ишектәре лә һәр саҡ асыҡ!
Улар хаҡындағы тулы мәҡәләне "Мораҙым" гәзитендә уҡырһығыҙ.
Гөлназ СӘЙЕТБАТТАЛОВА.