Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2023, 10:24

Башҡортостанда инфляция Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәне булып ҡала

📈 Башҡортостанда инфляция Волга буйы федераль округы буйынса иң түбәне булып ҡала. 2023 йылдың сентябрендә артһа ла, беҙҙәге инфляция уртаса күрһәткестән түбәнерәк. Йыллыҡ күрһәткестәрҙә хаҡтарҙың үҫеше 4,5 процент тәшкил итте.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк белгестәре бының сәбәбен түбәндәгесә аңлата:

Нигеҙҙә, был һумдың көсһөҙләнеүе, етештереүселәрҙең сығымдарының артыуы һәм ҡайһы бер аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙарға ихтыяждың артыуы менән бәйле.

Сит илдән килтерелгән банан, лимон, помидор кеүек йәшелсә-емешкә хаҡтарҙың артыуы, сәйҙең һәм кофеның арзанайыуы күҙәтелде.

Ҡошсолоҡ хужалыҡтары сығымдарының артыуы йомортҡа, ҡош ите һәм унан эшләнгән аҙыҡтың ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.

Ихтыяждың артыуы һәм һумдың көсһөҙләнеүе сит ил машиналарына һәм машина кәрәк-ярағына хаҡтың ҡиммәтләнеүенә сәбәп булды, шуның менән бер рәттән, һыуытҡыс, кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес кеүек көнкүреш техникаһына хаҡтарҙың түбәнәйеүенә килтерҙе.

Мотор яғыулығына хаҡтарҙың йыллыҡ үҫеүе күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта сентябрь аҙағында Рәсәй Хөкүмәте тарафынан яғыулыҡ баҙарын тотороҡландырыу буйынса ҡабул ителгән сараларҙан һуң бензинға һәм дизель яғыулығына хаҡтар төшә башланы.

Хаҡтарҙың әкренләп артыуы хеҙмәтләндереү өлкәһендә лә теркәлде. Был күп осраҡта 2022 йылғы сағыштырмаса юғары база эффектына бәйле. Ул ОСАГО полистарының һәм ҡайһы бер Азия илдәренә турҙарҙың һиҙелерлек ҡиммәтләнеүе фонында сағылыш таба. Мәҫәлән, былтыр сентябрҙә страховка тарифтарын иҫәпләү өсөн база ставкаһының артыуы ОСАГО-ның ҡиммәтләнеүенә килтерҙе, ә быйыл сентябрҙә ставка үҙгәрмәне. Күрһәтелгән йүнәлештәр буйынса турпутевкаларға хаҡтарҙың артыуы ихтыяждың кәмеүенә бәйле булды.

Сентябрҙә Волга буйы федераль округында йыллыҡ инфляция – 5,5, ә тотош ил буйынса 6 процент тәшкил итте. Рәсәй Банкы баһалауынса, аҡса-кредит сәйәсәтен ҡыҫаларға алыу инфляцияны тотҡарлаясаҡ, ул быйылғы йыл йомғаҡтары буйынса 6-7% тәшкил итәсәк. Маҡсаттағы 4 процентҡа был күрһәткес 2024 йылда кире ҡайтасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәт – Рәсәй Банкы сайтында https://vk.cc/crQJYy

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Читайте нас: